Һаҡмар
+6 °С
Облачно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Матбуғат
17 Февраля 2019, 14:14
Почтальондар тәбрикләнде
Белеүебеҙсә, былтыр йыл аҙағында “Һаҡмар” гәзите редакцияһы райондың почта бүлексәләре һәм айырым почтальондар араһында баҫманы яҙҙырыу буйынса конкурс иғлан иткәйне. Ошо көндәрҙә почта хеҙмәткәрҙәренең йыл һөҙөмтәләренә арналған кәңәшмәһендә уға йомғаҡ яһалды. Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Салихова иң-иңдәргә Рәхмәт хаттары һәм аҡсалата премиялар тапшырҙы.

Почта бүлексәләре араһындағы конкурста Таулыҡай коллективы (начальнигы Гөлсинә Үҙәнбаева) 1-се урынды яуланы. Ҡолсора (Гөлдәр Миҙәтғәлина) һәм Йомаш (Ғилмиә Иҫәнова) почта бүлексәләре артабанғы урындарҙы бүлеште.
Почтальондар араһында Билалдан Венера Әхмәтова, Темәстән Гөлйөҙөм Әхмәтҡужина, Беренсе Этҡолдан Хәнифә Каскинова еңеүсе булып танылды.
2019 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу башланды. Почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәре араһында йәнә конкурс иғлан итәбеҙ һәм унда әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!
А. САлАУАТОВ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"