Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
27 Ноябрь 2018, 14:26

БензоБысҡы Байышҡа юлланды!

“Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” акцияһының беренсе этабы тамамланды. “Һаҡмар” гәзитенә 2019 йылға тулыһынса яҙылыусылар араһында бензобысҡы уйнатылды. Был юлы супер приз Байыш ауылынан Венера Урал ҡыҙы Рәхмәтуллина өлөшөнә төштө. Ҡотлайбыҙ! Венера һәм Ғәҙел Рәхмәтуллиндар Баймаҡ ҡалаһында өй төҙөй. “Был бензобысҡы беҙгә бик тә кәрәк ине. Хәҙер төҙөлөш тағы ла шәберәк китер, тип ышанабыҙ. Беҙҙе ҡыуандырғанығыҙ өсөн “һаҡмар”ҙарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ”, – тине Венера Рәхмәтуллина. Хөрмәтле дуҫтар! “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыусылар араһында уйын дауам итә. 25 декабргә тиклем гәзитебеҙгә яҙылыусыларға микротулҡынлы мейес, электр термосамауыры, мультиварка, велосипед, 10 тоҡ иген һәм башҡа бик күп приздар отоу мөмкинлеге бар. Шул уҡ ваҡытта почта бүлексәләре һәм почтальондар араһында айырым конкурс ойошторола һәм “Һаҡмар”ға иң күп яҙҙырыусылар аҡсалата премиялар менән бүләкләнәсәк. Әйткәндәй, гәзитебеҙгә яҙылыу өсөн шылтыратыу йәки хәбәр итеү ҙә етә – почтальон һеҙҙең йортоғоҙға үҙе киләсәк. “Һаҡмар”ға яҙылығыҙ һәм приздар отоғоҙ. Кем белә, бәлки киләһе бәхет йондоҙо тап һеҙгә йылмайыр! Редакция коллективы.

“Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” акцияһының беренсе этабы тамамланды. “Һаҡмар” гәзитенә 2019 йылға тулыһынса яҙылыусылар араһында бензобысҡы уйнатылды. Был юлы супер приз Байыш ауылынан Венера Урал ҡыҙы Рәхмәтуллина өлөшөнә төштө. Ҡотлайбыҙ!
Венера һәм Ғәҙел Рәхмәтуллиндар Баймаҡ ҡалаһында өй төҙөй. “Был бензобысҡы беҙгә бик тә кәрәк ине. Хәҙер төҙөлөш тағы ла шәберәк китер, тип ышанабыҙ. Беҙҙе ҡыуандырғанығыҙ өсөн “һаҡмар”ҙарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ”, – тине Венера Рәхмәтуллина.
Хөрмәтле дуҫтар! “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыусылар араһында уйын дауам итә. 25 декабргә тиклем гәзитебеҙгә яҙылыусыларға микротулҡынлы мейес, электр термосамауыры, мультиварка, велосипед, 10 тоҡ иген һәм башҡа бик күп приздар отоу мөмкинлеге бар.
Шул уҡ ваҡытта почта бүлексәләре һәм почтальондар араһында айырым конкурс ойошторола һәм “Һаҡмар”ға иң күп яҙҙырыусылар аҡсалата премиялар менән бүләкләнәсәк. Әйткәндәй, гәзитебеҙгә яҙылыу өсөн шылтыратыу йәки хәбәр итеү ҙә етә – почтальон һеҙҙең йортоғоҙға үҙе киләсәк. “Һаҡмар”ға яҙылығыҙ һәм приздар отоғоҙ. Кем белә, бәлки киләһе бәхет йондоҙо тап һеҙгә йылмайыр!
Редакция коллективы.
Читайте нас: