Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
3 Июль 2018, 16:31

“Һаҡмар”лы һәм бүләкле

Ҡәҙерле дуҫтар! “Һаҡмар” гәзитенә яҙыл һәм бүләк от!” акцияһы аҙағына ла яҡынлаша. Һеҙҙең иғтибарығыҙға беҙҙең сираттағы еңеүселәребеҙ. Улар “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто әҙерләгән приздарҙы отто.

Таулыҡайҙан Гөлсәсәк Гөлбәйетова, Ишмырҙанан Хөснулла Үҙәкин – сынаяҡтар, Бетәрәнән Салауат Әүәлбаев, Баймаҡтан Р.В. Мараканова – салат һауыттары йыйылмаһы, Өмөтбайҙан Г.М. Һағынбаева – бадминтон йыйылмаһы, Аҡморондан С.Т. Иҙрисов – балалар өсөн плед, Ҡараталдан Зөһрә Зарипова, Ишмырҙанан Фәрзәнә Сапарова, Г. Байчурина – фоторамка, Урғаҙанан Ғабдулхаҡов, Ҡараталдан Р.Ф. Ғүмәрова – шахмат йыйылмаһы, Сыңғыҙҙан Латифа Бикҡолова – футбол тубы, Ниғәмәттән С.Шәрипов, Ишбирҙенән Әхмәҙулла Кәйекбирҙин – волейбол тубы, Яраттан Дилара Юнысбаева, Миңзифа Баййегетова, Ишмөхәмәттән Набиулла Шахмуратов – сәй һауыт-һабаһы, Йәнйегеттән Вәлимә Ҡаһарманова, Күгиҙелдән Земфира Ғүмәрова – кувшин йыйылмаһы, Төркмәндән Сабит Талипов, Зәһүрә Мурзакаева – сәй һауыт-һабаһы, Баймаҡтан З.Б. Үзбәкова – салаттар йыйылмаһы, Темәстән Рәғиҙә Асаинова – термокружка, Иҫәнбәттән Ишһылыу Лотфуллина – сәйнүк, Басайҙан Рәүфә Сәйетова – сәйнүк отто.

Еңеүселәребеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм бүләктәрен редакциянан килеп алыуҙарын һорайбыҙ.

Алда беҙҙе иң мауыҡтырғыс уйын – бензобысҡы көтә. Әйткәндәй, 1-10 июлдә “Һаҡмар” гәзитенә ташламалы хаҡҡа йәғни 798 һум да 6 тингә яҙылып була. Ошо мөмкинселекте ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ һәм иң елле бүләкте оторға ашығығыҙ. Бензобысҡының эйәһе 13 июлдә билдәләнәсәк.

“Һаҡмар”
гәзите редакцияһы коллективы.

Читайте нас: