Сираттағы Гәзиткә яҙылыусы көнөн үткәреү өсөн аҙашыбыҙ булған Һаҡмар ауылына юлландыҡ.
Бында беҙҙе китапханасы Ғәлиә Мәһәҙиева, клуб хеҙмәткәре Гөлдәр Абдуллина, ағинәйҙәр ихлас ҡаршы алды. Ҡул эше оҫтаһы Сания Абдуллина үҙе теккән милли күлдәктәрҙән, селтәр-түшелдеректәрҙән күргәҙмә лә ойошторған ине.
Бына клубты тынлыҡ биләне. Был концерт башланыуға ишара ине. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған йырсы Рауил Харрасов сәхнә түрен алды. Тамашасылар йырсының моңло йырҙарын тыңлап моңланһалар, дәртлерәк көйҙәрҙе ишетеү менән бейеп тә алдылар.
Сара барышында почтальонка Нуриҙә Яҡупова 25 кешене гәзиткә яҙҙырҙы. Шулай итеп, Һаҡмарҙа “Һаҡмар”ҙы 41 кеше алдырасаҡ. Сарала ҡатнашҡан гәзит уҡыусыларыбыҙ ауыл фермерҙары Илфат Сәфәрғәлин, Флүр Мырҙаханов, китапханасы Ғәлиә Мәһәҙиева, “Һаҡмар” гәзите редакцияһы әҙерләгән приздарҙы алып һөйөндө.
Ямғырлы, һыуыҡ был көндә үткән саранан күңеленә дәрт, илһам алып ҡайтҡандарҙың һәр ҡайһыһы киләсәктә лә беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ булып ҡалыр, тип ышанайыҡ.
Э. Кейекҡужина.