Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
8 Декабрь 2016, 19:16

“Беҙ йәшәйбеҙ дуҫтарҙың бер тигәндәре менән”

“Һаҡмар”ҙың тоғро дуҫтары – Ишбирҙе ҡатын-ҡыҙҙары был дәртле йырҙы Йылым ауылы клубы сәхнәһенән беҙгә бағышланы. Был көндө улар “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” акцияһына ҡушылып, матур концерт менән сығыш яһаны. Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы Г.Р. Иҫәндәүләтова етәкселегендәге артистар йырлап та, бейеп тә халыҡтың күңелен күтәрҙе. Улар Кино йылын оҙатып, киләһе Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылын ҡаршыланы. Йылымдар Нәйлә Иҫәндәүләтованың моңло йырын, ҡатын-ҡыҙҙарҙың шаян һәм дәртле бейеүҙәрен ҙур алҡыштар менән оҙатты. Ишбирҙенең арҙаҡлы улы, мәрхүм Урал олатай Моратовтың тыуған ергә һөйөүен, һоҡланыуын һүрәтләгән шиғырҙары күңелдәргә үтеп инде. Уны Сәлим Иҫәндәүләтов бик оҫта итеп һөйләне. Гәзиткә яҙылыу акцияһы концерт номерҙары һәм бүләктәр оттороу менән бергә үрелеп барҙы.

– Иртәнсәк уянып китәм дә, күңелемдәге шундай рәхәтлектән, бөгөн ниндәй байрам әле, тип уйланып ятам. Шунан “Һаҡмар” килә бит әле, тип ҡыуанып тороп китәм. Беҙҙең өйҙә “Һаҡмар” – көтөп алынған ҡунаҡ, бер генә хәрефен дә төшөрөп ҡалдырмай уҡып сығам, – тип күңелдәребеҙҙе күтәреп ебәрҙе Йылым ауылы ағинәйе Ғәлиә Кәйекбирҙина.

Ишбирҙе ауылында “Һаҡмар”ға яҙылыу акцияһы урындағы клубта үтте. Уның мөдире Зәбирә Халиҡова сараны бик йәнле һәм ойошҡанлы итеп алып барҙы. Мәктәп уҡыусылары әҙерләгән концерт һәр кемдең күңеленә хуш килде. Уҡытыусы Нәжиә Тулыбаева матур шиғырҙарын теҙә-теҙә йәш артистарҙы сәхнәгә сығарҙы. Бына ҡайҙа ул таланттар! Йыр конкурстары призерҙары һәм лауреаттары Илгинә Хәсәнова менән Инсаф Ишбаевтың дәртле йырҙарын һәр кем һоҡланып тыңланы. Ҡыҙҙарҙың һәм егеттәрҙең өҙҙөрә баҫып бейеүҙәре сараға йыйылыусыларҙың күңеленә хуш килде.

Күңел күтәренкелеге менән башланған сара аҙағынаса шулай дауам итте. “Донъя, республика һәм район яңылыҡтары, халыҡтың йәшәйеше, уҙған саралар менән таныштырып барған “Һаҡмар” һәр өйгә килергә тейеш, тип иҫәпләйем”, – тине ауыл биләмәһе башлығы Г.Р. Иҫәндәүләтова. Почта бүлексәһе начальнигы Сәжиҙә Кәримова ике ауыл халҡын да гәзиткә дәррәү яҙҙыртты. Сара һуңында “Һаҡмар”ға яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды.

Ошо көндәрҙә Урғаҙа ауылында ла Гәзиткә яҙылыусы көнө үтте. Ауыл халҡы дәррәү “Һаҡмар”ға яҙылды һәм бүләктәр отто. Ауыл биләмәһе башлығы Г.А. Сафин һәм эштәр идарасыһы Х.Ғ. Ҡлысова үҙҙәре баштан уҡ ике район гәзитенә лә яҙылып, башҡаларға матур өлгө күрһәтте.

“Мин башҡорт булғаным өсөн “Һаҡмар”ға яҙылам. Башҡа милләт халҡы үҙ телендә донъя күргән гәзиткә яҙыла. Беҙ уларҙан бер ҙә кәм түгел. Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ ҙә “Һаҡмар”ға яҙылайыҡ”, – тип оран һалды ауылдаштарына шағирә Рәйсә Үҙәнбаева.

Өс ауылдың да халҡы менән осрашыуҙан беҙ дәрт, күңел күтәренкелеге алып ҡайттыҡ.

Автор фотоһында: Йылым ауылында “Һаҡмар”ға әүҙем яҙылдылар.
Читайте нас: