Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
24 Ноябрь 2016, 19:24

Һеҙҙе һәр ауылда көтәләр

Беҙ, оло йәштәге апайҙар һәм инәйҙәр, “Һаҡмар” редакцияһы хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе еткергебеҙ килә. Яратҡан гәзитебеҙ аша төрлө темаға яҙылған мәҡәләләрҙе уҡып ҡыуанабыҙ, борсолабыҙ, уйланабыҙ. Журналистарға оло быуын кешеләре тураһында хәстәрлек күргәндәре, хөрмәтләгәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Сөнки хәҙерге тормошта оло булыуы еңел түгел. Шуға күрә “Ғүмер ҡышы” тигән рубрика аҫтында өлкәндәр, уларҙың йәшәйеше тураһында күңелдәргә үтеп инерлек мәҡәлә яҙған Гүзәл Иҫәнгилдинаға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Уның “Оло булыуы еңелме? йәки Беҙгә икмәк менән сәй ҙә етә” мәҡәләһен бар ауыл менән уҡыныҡ. Шулай уҡ Айгөл Иҙелбаева, Лилиә Такаева, Азамат Мөхәмәтшиндың сағыу мәҡәләләре һөйөндөрә. Афарин, журналистар, һәр саҡ шундай алдынғы ҡарашлы булып ҡалығыҙ.

Күптәребеҙҙең балалары ҡырҙа эшләй. Юл фажиғәләре, башҡа афәттәр күп тип уларҙы илап көтөп алабыҙ. Шундай саҡта яратып уҡыған “Һаҡмар” гәзитендә ололар, уларҙың тормошо тураһындағы яҙмаларҙы уҡып тынысланабыҙ, онотолабыҙ.

Ҡәҙерле райондаштар! “Һаҡмар” гәзитен 2017 йылда ла әүҙем алдырайыҡ! Журналистар беҙҙең өсөн тырыша, проблемаларыбыҙҙы сағылдыра, йылы һүҙҙәре менән ҡыуандыра бит. Бар редакция хеҙмәткәрҙәренә уңыштар, оҙон ғүмер теләйем. Һеҙҙе райондың һәр ауылында түҙемһеҙлек менән көтөп алыуҙары еңел булмаған эшегеҙгә көс-дәрт өҫтәһен.

Читайте нас: