Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
19 Ноябрь 2016, 19:26

Кемгә бүләк кәрәк?

Ҡәҙерле дуҫтар!

“Һаҡмар” гәзитенә яҙылып матур-матур бүләктәр отоу дауам итә. Редакция хеҙмәткәрҙәре ауыл биләмәләрендә үткәрелгән матбуғатҡа яҙылыу сараларында ла ҡатнашып, приз уйната. Шулай ҙа барыһын да Ленин исемендәге АХК әҙерләгән бензобысҡы, “Талҡаҫ” шифаханаһына путевка (директоры В.Ғибаҙуллин) ҡыҙыҡһындыра икән. Был елле бүләктәр Яңы йыл алдынан уйнатыласаҡ. Шулай уҡ автомобиль өсөн саңһурҙырғыс, башҡа бүләктәр (“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто), 1 пар быйма (шәхси эшҡыуар Ф.Ҡашҡаров), “Сибирское здоровье” фирмаһының ҡиммәтле косметикаһы (Ә.Яналин) һ.б. Яңы йыл сюрприздарына эйә булырға теләһәгеҙ, “Һаҡмар” гәзитенә яҙылып, уның квитанцияһын редакцияға ебәрегеҙ. Уңыштар теләйбеҙ!

Читайте нас: