Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
12 Ноябрь 2016, 19:33

Ижадсылар төйәге ул Баймағыбыҙ!

Шөкөр, районыбыҙ йыр-бейеү, музыка ҡоралдарында уйнаусыларға ғына түгел, ә ижадсыларға ла бай төбәк. “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең яңы таланттарға байый барыуы ла шул хаҡта һөйләй.

Берекмәнең сираттағы ултырышында ағзалар менән берлектә Ғүмәр ауылынан 9-сы класс уҡыусыһы Раушания Салихова ҡатнашты. Уның шиғырҙарына оло ижадсылар үҙҙәренең кәңәш-фекерҙәрен еткерҙе, тәҡдимдәрен әйтте. Артабан берекмә ағзалары – Рәйсә Иҫәнбаева, Зөһрә Юнысова, Айгөл Аҡҡужина, Әлфиә Юлыҡ, Тәслимә Рәхимова – һуңғы йылдарҙағы ижад емештәре менән уртаҡлашты. Шуныһы ҡыуаныслы, әлеге ваҡытта Рәйсә Миҙхәт ҡыҙының “Әйтер һүҙем”, “Һуғыш ярып үтте йөрәкте”, “Таҡмаҡсылар төйәге” китаптары донъя күргән, “Кәрим һүрәт төшөрә” һәм “Сабырлығыма һынау” тип аталған тағы ике китабы нәшер ителеү өҫтөндә. Шулай уҡ Әлфиә Юлыҡтың китабы ташҡа баҫылған. Сарала ҡатнашыусы Тәслимә Рәхимоваға, Айгөл Аҡҡужинаға, Зөһрә Юнысоваға үҙҙәренең айырым йыйынтыҡтарын сығарырға кәрәк, тигән кәңәштәр яңғыраны. Сөнки улар барыһы ла өлгөргән шағирә-яҙыусылар.

Осрашыу йылы шарттарҙа үтте – күптән күрешмәгән берекмә ағзалары бер-береһенең ижадын ихлас баһаланы, матур һүҙҙәрен, кәңәштәрен дә йәлләмәне. Каникул осоронда ейәнсәрен китапхана менән таныштырырға тип килгән Гүзәл Иҫәнбаева исемле инәй: “Һеҙҙең аралашыуҙы тыңлап ултырыу шул тиклем оҡшаны. Мин: “Минең серҙәшем – йөрәгем”, – тигән девиз менән йәшәйем. Баҡһаң, мин һеҙҙең менән рухташмын икән. Шуға ҡыуандым!” – тине ул шатлығын йәшермәй.

Матбуғаттың тоғро дуҫтары булған “йәнгүҙәй”ҙәр киләһе йылдың тәүге ярты йыллығына “Һаҡмар”ға ихлас яҙылып, эстафетаны райондың “Атайсал” ҡоро ағзаларына тапшырҙы.

Читайте нас: