Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
8 Март 2025, 12:00

Оло йөрәкле ирекмән

Сәғирә Дәүләтшинаның исеме район халҡы өсөн яҡшы таныш. Махсус хәрби операция башланғандан алып ул ауылдаштарын бергә туплап, яугирҙәргә гуманитар ылау ебәреү өҫтөндә маҡсатлы эш алып бара. Бөгөн уны бар көсөн, тырышлығын, йөрәген һалып эшләгән ирекмәндәрҙең береһе, тип ышаныслы әйтергә була...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Сәғирә Дәүләтшинаның исеме район халҡы өсөн яҡшы таныш. Махсус хәрби операция башланғандан алып ул ауылдаштарын бергә туплап, яугирҙәргә гуманитар ылау ебәреү өҫтөндә маҡсатлы эш алып бара. Бөгөн уны бар көсөн, тырышлығын, йөрәген һалып эшләгән ирекмәндәрҙең береһе, тип ышаныслы әйтергә була.

 Сәғирә Тәфтизан ҡыҙы - Темәс ауылы ҡыҙы. Ҡайҙа тыуған – шунда ереккән, тигәндәй, ул бәхетте ситтән эҙләмәй. Бар ғүмерен тыуып-үҫкән ауылына бағышлай. 1974 йылда урындағы мәктәптең 10-сы класын тамамлай һәм “Һәүәнәк” совхозында бухгалтер булып хеҙмәт юлын башлай. Утыҙ алты йыл ғүмерен яратҡан һөнәренә бағышлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, күмәк хужалыҡтар тарҡала. Шул иҫәптән “Һәүәнәк” тә эшмәкәрлеген туҡтата. Ләкин бар ғүмерен эш өҫтөндә уҙғарған Сәғирә апайҙың күңеле тыныс тормошто үҙ итмәй. Баймаҡ автовокзалының Темәс ауылындағы филиалында өлкән кассир булараҡ хеҙмәт юлын дауам итә. Тағы ла ете йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға. Бөгөн Сәғирә апай ике улының һәм ҡыҙының, ейән-ейәнсәрҙәренең ныҡлы терәге, ышанысы һәм кәңәшсеһе.  

- Махсус хәрби операция башланғас та күп кенә ауылдаштарым, таныштарымдың яҡындары мобилизацияланды, араларында үҙ теләктәре менән Рәсәй Оборонаһы министрлығы менән контракт төҙөгәндәре лә бар, - тине Сәғирә Дәүләтшина. – Һыуыҡтар башланғас, ҡурҡыуға төштөм. Беҙ тәмле-татлы ашап, йылы өйҙә ултырабыҙ, ә яугирҙәр? Шул ваҡыт ауылдың социаль селтәрендәге төркөмөнә йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләргә кәрәк, тигән иғлан яҙып һалдым. Минең тәҡдимде шунда уҡ күтәреп алдылар. Урындағы магазинға пряжалар ҡалдырып китеүселәр ҙә булды. Һуңынан үҙемдең яҡшы таныш булған ун ҡатын-ҡыҙҙы йыйып, ун йылы ойоҡбаш, өс бармаҡлы бирсәткәләр бәйләп оҙаттыҡ.

Артабан инде Сәғирә Дәүләтшина яугирҙәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырған. Уларҙың һорауы буйынса кәрәкле әйберҙәр туплап, МХО биләмәһенә йөрөгән таксиҙар аша гуманитар ярҙамды оҙатыу эшен яйға һалған. Ул үҙ эргәһенә уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм ир-егеттәрҙе туплауға өлгәшкән. Бөгөн Сәғирә Тәфтизан ҡыҙы ауылдаштары менән 26-сы ылауын оҙатҡан.

Лилиә ТАКАЕВА.

 

Оло йөрәкле ирекмән
Оло йөрәкле ирекмән
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас