Гөлсимә Рәхмәтуллина – Ҡыуат ауылы ҡыҙы. Шәһиҙә менән Мисбах Ҡотлоәхмәтовтар ғаиләһендә алты баланың тәүгеһе булып донъяға килә. Әбделкәрим ауылы мәктәбен тамамлағас, ул Өфө моторҙар эшләү заводында өс йыл токарь, шлифовщица булыраҡ хеҙмәт юлын башлай. Йәш ҡыҙҙың ир-егеттәргә хас һөнәрҙе үҙ итеүе күптәрҙе ғәжәпләндерә. Ләкин алдына ҡуйған маҡсатҡа булған ынтылышы уға көс бирә.
Артабан Гөлсимә Мисбах ҡыҙы Йоматау ауыл хужалығы техникумында уҡып, бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Шуның менән ул бала саҡтан килгән хыялын тормошҡа ашыра. Мәктәп йылдарында уҡ башҡорт теле дәресендә “Ун йылдан һуң кем булыр инең?” тигән темаға инша яҙғанда, ул: “Мөхтәр олатай кеүек бухгалтер булырға теләйем”, - тип белдерә. Теләгенә ирешкән йәш белгес 1989 йылда “Баймаҡ” совхозының Аҡморон бүлексәһендә бухгалтер булып эшләй башлай. Шунда ул тормош иптәшен осрата. Йәштәр ғаилә ҡороп, дәртләнеп йәшәй башлай. Матур һәм татыу ғаиләлә ул һәм ҡыҙ тәрбиәләнеп үҫә. Рәвил улдары ғаиләһе менән Баймаҡ ҡалаһында төпләнгән, ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Альбина ҡыҙҙары әсәһенең һөнәрен һайлаған. Өфө ҡалаһындағы Һаҡлыҡ банкыһында иҡтисадсы булып эшләй. Уның тормош иптәше махсус хәрби операция башланғандан алып Ватаныбыҙҙың именлеген һаҡлауға юлланған.
- Үҙем дә, иптәшем дә бик иртә атайһыҙ ҡалдыҡ, ғүмерҙәре иртә өҙөлдө, - ти Гөлсимә Мисбах ҡыҙы. – Бәлки, шуғалыр ҙа, бәләкәй туғандарыбыҙҙы һәр ваҡыт ҡурсалап, уларға ярҙам итеү үҫтереү бурысын үҙебеҙгә алғанбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер-бер артлы ғына ҡустыларыбыҙҙы юғалттыҡ. Ауыр ҡайғыны күтәрә алмай, әсәйҙәребеҙ ҙә баҡыйлыҡҡа күсте. Ләкин беҙҙең балалар туғанлыҡ ептәрен юғалтмай, бөгөн дә матур итеп аралашып йәшәйбеҙ.
Гөлсимә Мисбах ҡыҙы утыҙ биш йыл ғүмерен бухгалтер һөнәренә бағышлаған. Төрлө йылдарҙа “Баймаҡ” совхозында, сельпола, ауыл Советында бухгалтер булып эшләй. Күп йылдар “Баймаҡ районы муниципаль районының иҫәп һәм отчет биреү үҙәге” ҡаҙна учреждениеһының начальнигы булып эшләй. Ә бөгөн ул - Баймаҡ коммуналь хужалығында баш бухгалтер.
Гөлсимә һәм Нурғәле Рәхмәтуллиндар ҡура тултырып мал көтәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Баҡсаларын йәмләп гөл-сәскәләр үҫә, емеш-еләктәре ишелеп уңа. Уңған хужабикә үҙе бәйләргә, сигергә ярата.
Лилиә ТАКАЕВА