-3 °С
Ҡар
Ишбирҙе ауылы ҡатын-ҡыҙҙары үҙ байрамдарын һәр ваҡыттағыса эш өҫтөндә уҙғара. Бөгөн улар клубҡа йыйылды. Берҙәм көс менән улар сираттағы дүртенсе маскировка селтәрен үреп бөтөү өҫтөндә. Ул ғына ла түгел, тиҙ генә аҡса йыйып туплап, тағы ла материалдарға заказ да бирҙеләр. Мәҙәни ойоштороусы Зәбирә Халиҡова уңған ҡыҙҙарын һыйлау өсөн тәмле былау ҙа әҙерләгән. Башҡалар ҙа буш ҡул менән килмәгән. Тәмле күстәнәстәрен тотоп килгәндәр. Афарин, ауыл ҡыҙҙары! Һеҙҙең менән һоҡланабыҙ!