Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының Баймаҡ ҡала районы ойошмаһы 1996 йылдың 24 сентябрендә булдырылған.
Ошо көндәрҙә һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн “Орленок” лагерында “Беҙ бергә” тип аталған осрашыу үткәрҙе.
Балалар беҙҙең өсөн Талҡаҫ күле буйлап виртуаль экскурсия ойошторҙо. Һыу ятҡылығының экологик торошо һәм унда йәшәүселәр тураһында һөйләне.
Һуңынан бик шәп концерт булды. Балалар ҙа был концерттан ситтә ҡалманы. Үҙҙәренең һәләтен күрһәтеп ҡалырға ашыҡтылар. Концерт һуңында барыһы бергә дуҫлыҡ тураһында матур йырҙы башҡарҙы. Был йырҙа: "Донъяла дуҫтар булыуы бик яҡшы!" тигән һүҙҙәр ҙә бар ине.
Дуҫтарса һөйләшеү сәй табыны артында дауам итте. Һәр саҡырылған балаға лагерь етәкселеге бүләк сертификаты һәм татлы приз бүләк итте.
Осрашыу лагерь буйлап экскурсия һәм фотоға төшөрөү менән тамамланды.