Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
19 Июнь , 09:42

“Беҙ бергә!”

Районда һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итеү акцияһына ихлас ҡушыла. Бойорғандан түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса эш итәләр. Уҡыусылар ҙа, йәштәр ҙә, ололар ҙа ситтә ҡалмай, ҡулдарынан килгән ҡәҙәр тыныслыҡ өсөн алғы һыҙыҡта булған яугирҙәребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙа...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

“Беҙ бергә!”

Районда һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итеү акцияһына ихлас ҡушыла. Бойорғандан түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса эш итәләр. Уҡыусылар ҙа, йәштәр ҙә, ололар ҙа ситтә ҡалмай, ҡулдарынан килгән ҡәҙәр тыныслыҡ өсөн алғы һыҙыҡта булған яугирҙәребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙа.

Махсус хәрби операция башланғандан алып Баймаҡтан даими гуманитар ярҙам оҙатыла. Һуңғы көндәрҙә 25-се ылау юлланды. Был юлы өс “Урал” мотоциклы, “Нива” машинаһы, күсереп йөрөтмәле мунса, ике бынзобысҡы, маскировка селтәре һәм тағы ла бик күп әйберҙәр тупланды. Быларҙың барыһының да артында изге йөрәкле, мәрхәмәтле Баймаҡ халҡы тора.

Әйтергә кәрәк, рәсми теркәлмәгән ярҙам да әленән-әле китеп тора. Үҙ машиналарында ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан егеттәребеҙҙе алып ҡайтып, кире алып барып ҡуялар. Шул уҡ ваҡытта уларға посылкалар ҙа оҙатыла. Шундай изге аҙымдары менән улар ысынлап та беҙҙең бергә икәнлекте раҫлай.

Ҡуянтау ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Сорғот ҡалаһында йәшәгән  Гөлназ Хафизова (Ҡоланбаева) аралар алыҫлығына ҡарамай, Баймаҡта һәм ситтә йәшәгән яҡташтарҙан гуманитар ярҙам ойоштороуға күп көс һала.

- Махсус хәрби операция башланған тәүге көндән үк Баймаҡтан Рәсәй Оборонаһы министрлығы менән килешеү төҙөп, нацизмға ҡаршы көрәшкә сыҡҡан егеттәребеҙ күп булды, - тине Гөлназ Булат ҡыҙы. – Бөгөн дә Тыуған илебеҙҙе яҡларға теләүселәр күп. Тыныслыҡ өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә бурыслыбыҙ. Аллаға шөкөр, беҙҙә быны аңлап, һәр яҡлап булышлыҡ итәләр.

Баймаҡ ирекмәндәре тәүге аҡсалата ярҙамды махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙең ғаиләләренә тапшыра. Артабан иһә бөтә көстө яугирҙәребеҙгә йүнәлтәләр. Маскировка селтәре үреп тапшырмаған бер генә ауыл да ҡалмағандыр, моғайын. Бынан тыш, йыл әйләнәһенә кәрәк булған әйберҙәр, кейем-һалым, йылы ойоҡтар, тәмле күстәнәстәр, окоп усаҡтары, быҡтырылған ит һәм башҡалар оҙатыла. Бер нисә тапҡыр “ГАЗель” машинаһы, мотоцикл, бензобысҡы, күсереп йөрөтөлгән мунса, электр генераторы һәм башҡа талап ителгән ҡоролмалар ебәрелде. Йөк-йөк оҙатылған төҙөлөш материалдары ярҙамында окоптар, блиндаждар нығытыла. Быларҙың барыһының да артында район хакимиәте етәкселегендәге изге йөрәкле Баймаҡ халҡы тора.

- Былтыр ноябрь айында ватсап социаль селтәрендә “Баймаҡ ирекмәндәре” тигән чат астым, - тип әңгәмәне дауам итте Гөлназ Хафизова. – Шунда аралашабыҙ, фекер алышабыҙ. Посылкаларҙы ебәргәндә телефон номерымды ла яҙам. Егеттәр үҙҙәре бәйләнешкә сыға. Шуның менән уларға нимә талап ителгәнен асыҡлайбыҙ. Ирекмәндәрҙән тупланған аҡсаға яугирҙәргә “Нива” машинаһы һатып алып оҙаттыҡ, ике дрон ебәрҙек. Уларҙың береһен Ҡолсора, Үрге Иҙрис, Түбәнге Иҙрис, Муллаҡай ауылдары халҡы тапшырҙы. Шулай уҡ госпиталдәргә медикаменттар оҙатабыҙ. Егеттәрҙең телефондарына аҡса һалабыҙ. Ғөмүмән, баймаҡтарға рәхмәтем сикһеҙ. Ауыр саҡта бер кемде лә ситтә ҡалдырмайҙар.

Һанап кителгән ярҙам “Беҙ - бергә!” акцияһы тарафынан ойошторолған сараларҙың бер өлөшө генә, барыһын да яҙып китеү мөмкин түгел. Улар - Еңеү өсөн, илебеҙ берҙәмлеге өсөн башҡарылған изге эштәр. Тыуған яҡтан алынған бәләкәй генә сәләм дә яугирҙәребеҙгә көс-ҡеүәт өҫтәгәнен онотмайыҡ.

Лилиә ТАКАЕВА.

Фото: район хакимиәтенең сайтынан алынды: 

“Беҙ бергә!”
“Беҙ бергә!”
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: