Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
9 Апрель , 08:05

Ҡартлыҡ бәхете бирһен

Йомаш ауылы биләмәһенең бер төркөм инциатив төркоме: ҡатын - ҡыҙҙар советы "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары, ауыл Совевты депутаттарынан торған төркөм Аҡморон ауылындағы «Ирәндек» ололар йортона барҙыҡ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

Йомаш ауылы биләмәһенең бер төркөм инциатив төркоме: ҡатын - ҡыҙҙар советы "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары, ауыл Совевты депутаттарынан торған төркөм Аҡморон ауылындағы «Ирәндек» ололар йортона барҙыҡ.

Изге Рамаҙан айында үҙ ҡулдарыбыҙ менән бешерелгән тәмле күстәнәстәребеҙҙе, хәйер саҙаҡалар өләшеп, хәл белеп ҡайттыҡ. Әйткәндәй, беҙ ҡарттар йортона бик йыш киләбеҙ.
Бер ғәилә булып йәшәгән, төрлө яҙмышлы ололарға үҙебеҙҙең күңел йылыбыҙҙы бирә алғанбыҙҙыр тип уйлайым.
Нәйлә апайҙың мөнәжәтен, ятлаған шиғырҙарыбыҙҙы тыңлағанда күптәренең күҙҙәрендә йәш бөрсөктәре тәгәрәне...
Ошо сарала әүҙемлек күрһәткән ҡатын -ҡыҙҙарыбыҙ: ағинәйҙәр советы рәесе Зифа Аҡназар ҡыҙына, ҡатын - ҡыҙҙар советы ағзалары Зөлфиә Сабирьян ҡыҙына, Таңсулпан Мөхтәр ҡыҙына, ауылыбыҙҙың иң әүҙем депутатыбыҙ Нәйлә апайға оло рәхмәт.
Ҡартлыҡ бәхете бирһен Аллаһ һәр икебеҙгә, бер беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәектәр.

Ҡартлыҡ бәхете бирһен
Ҡартлыҡ бәхете бирһен
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: