Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
18 Март , 08:40

Илдар ҡолонло булды

Интернет селтәрендә башмаҡҡа атланып йөрөгән видеояҙманы күптәр ҡыҙыҡһынып күҙәткәндер, моғайын. Ошо көндәрҙә "һыбай" йөрөгән Илдарға ҡолон бүләк иткәндәр. Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

Интернет селтәрендә башмаҡҡа атланып йөрөгән видеояҙманы күптәр ҡыҙыҡһынып күҙәткәндер, моғайын. Ошо көндәрҙә "һыбай" йөрөгән Илдарға ҡолон бүләк иткәндәр.

Әбйәлил районы Рысҡужа ауылында йәшәүсе Илдар Мәһәҙиев ошо көндәрҙә үҙенең ҡыҙыҡлы видеояҙмаһы менән популярлыҡ яулаған ине. Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының "Ылаҡ" уйыны командаһы ағзалары үҫмергә изге Рамаҙан айында ҡолон бүләк иткән.

--Был команданан бүләк. Илдар ҡолондо үҫтереп, өйрәтеп алыр һәм киләсәктә беҙҙең команданы тулыландырыр тип ышанабыҙ, - ти команданың етәксеһе Ғәлим Яуынбаев.

Илдар ҡолонло булды
Илдар ҡолонло булды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: