Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
22 Февраль , 16:05

Һалдаттарыбыҙға ярҙамға

#ШәфәҡАғинәйОйошмаһы#ППМИ2024#ППМИРБ#ППМИ2024Баймакскийрайон#ПрограммаПоддержкиМестныхИнициатив#ИнициативноеБюджетированиеРБ#ППМИмадоуцррсулпылар20 февраль Иҫке Сибай ауылының "Ҡурай" кафеһында хәрби махсус операцияла хеҙмәт итеүсе егеттәребеҙгә ебәрер өсөн бишбармаҡ әҙерләнек. "Шәфәҡ" ағинәйҙәр ойошмаһы, ауылымдың әүҙем ҡатын- ҡыҙҙары изге эшкә ихлас ҡушылды.Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

#ШәфәҡАғинәйОйошмаһы
#ППМИ2024
#ППМИРБ
#ППМИ2024Баймакскийрайон
#ПрограммаПоддержкиМестныхИнициатив
#ИнициативноеБюджетированиеРБ
#ППМИмадоуцррсулпылар
20 февраль Иҫке Сибай ауылының "Ҡурай" кафеһында хәрби махсус операцияла хеҙмәт итеүсе егеттәребеҙгә ебәрер өсөн бишбармаҡ әҙерләнек. "Шәфәҡ" ағинәйҙәр ойошмаһы, ауылымдың әүҙем ҡатын- ҡыҙҙары изге эшкә ихлас ҡушылды. Башланған эш- бөткән эш, һә тигәнсе 1 тоҡ ондан милли ризығыбыҙ- бишбармаҡты йәйеп, киптереп, ҡырҡып та ҡуйҙыҡ. Бер нисә көндән кипкән күстәнәстәрҙе моҡсайҙарға тултырып, яу ҡырында йөрөгән егеттәребеҙгә оҙатасаҡбыҙ. Был эште атҡарып сығыуға оно, кәрәк - яраҡтары, йылы бүлмәһе менән тәьмин иткән кафе хужабикәһе Резеда Утарбаеваға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Аллаһ бирһә, тиҙерәк донъялар тынысланһын, батырҙарыбыҙ имен -һау ҡайтып төшһөндәр. Әсәйҙәрҙең, һөйгәндәренең, балаларының шатлыҡ , ҡыуыныс, бәхет күҙ йәштәрен күрергә яҙһын!

Резеда Утарбаева.

Һалдаттарыбыҙға ярҙамға
Һалдаттарыбыҙға ярҙамға
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: