Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
24 Декабрь 2023, 10:20

Яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам

Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Яугир ғаиләләренә - берәр йөк утын. Районда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир - егеттәргә гуманитар ылау даими рәүештә ебәрелеп тора. Шулай уҡ уларҙың ғаиләләре лә иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалмай. Таулыҡай ауыл биләмәһенә ҡараған Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай ауылдарында ла был йәһәттән эштәр әүҙем бара. Бөгөн Таулыҡай ауылының бер төркөм ир - егеттәре, атап әйткәндә, Әҡсән Салихов, Факил Мөхәмәтов, Камил Ҡоланбаев, Ғәзиз Имелбаев,Илнур Мөхәмәтов, Әхмәр Кейекбирҙин, Данил Рәжәпов ошо биләмә ауылдарынан МХО - ла ҡатнашҡан 7 егеттең ғаиләләренә берәр йөк утын алып барҙы. Әйткәндәй, ғаиләләргә бындай ярҙам икенсе йыл рәттән ойошторола. Яугирҙәрҙең яҡындары утын әҙерләүсе һәм ташыусы егеттәргә, яғыулыҡ - майлау материалы менән тәьмин иткән Ленин исемендәге ауыл хужалығы етәксеһе Ғ.Б.Сәлимовҡа, өмәселәрҙең урмандан ҡайтҡанын йылы аштары, ҡайнар сәйҙәре менән көтөп тороусы ғаиләләренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Беҙ бергә. Яуҙағыларға һәм уларҙың ғаиләләренә терәк булыу - беҙҙең изге бурыстарҙың береһе

Альбина Баййегетова..

Яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам
Яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: