Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
17 Ноябрь 2023, 08:50

Түбәләр ҙә ҡушылды

Түбә ауылы "Ағинәй " йәмәғәт ойошмаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға гуманитар ярҙам әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

Түбә ауылы "Ағинәй " йәмәғәт ойошмаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға гуманитар ярҙам әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша - хакимиәт башлығы Әлфирә Самат ҡыҙы етәкселегендә ауыл Советы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ауыл мәҙәниәт йортонда йыйылып борщ әҙерләне . Борщ өсөн һәр кем кәрәкле йәшелсәләрҙе өйҙәренән алып килде , банкаларҙы ла алдан хәстәрләне .
"Яугирҙарыбыҙ иҫән - һау йөрөп ҡайтһын !" - тип теләй - теләй , бергәләшеп ошо ризыҡтар әҙерләнде .
Беҙҙең күстәнәстәр уларға өй йылыһын , яҡындарының , ауылдаштарының хәстәрен һәм сәләмдәрен алып барып еткереп , ир - егеттәребеҙҙең күңелен күтәрһен !
Гүзәл Баянова, Түбә ауылы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

Түбәләр ҙә ҡушылды
Түбәләр ҙә ҡушылды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: