Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
15 Ноябрь 2023, 08:55

Буранбайҙар ҙа берҙәм

Буранбай китапханаһы"Йолаларыбыҙ- милли сәнғәт нигеҙе" исемле проект буйынса эшләй. Борондан килгән был йолала ҡатын -ҡыҙҙар кис ултырып сигеү сиккәндәр, бейәләйҙәр , йөн носкиҙар , шәлдәр бәйләгәндәр, аҙағынан уйындар уйнағандар, йырҙар йырлап үҙҙәренең күңелдәрен күргәндәр...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:


Кис ултырыу йолаһы.
Буранбай китапханаһы"Йолаларыбыҙ- милли сәнғәт нигеҙе" исемле проект буйынса эшләй. Борондан килгән был йолала ҡатын -ҡыҙҙар кис ултырып сигеү сиккәндәр, бейәләйҙәр , йөн носкиҙар , шәлдәр бәйләгәндәр, аҙағынан уйындар уйнағандар, йырҙар йырлап үҙҙәренең күңелдәрен күргәндәр...
Ауылыбыҙҙың уңған,өлгөр ҡатын -ҡыҙҙары кис ултырыу йолаһына, һалдаттарға өс бармаҡлы перчаткиҙар бәйләргә йыйылдылар. Күмәкләгән яу ҡайтарған тип ихлас эшләнеләр: кемдәрҙер йөн тетте, кемдәрҙер иләне, кемдәрҙер бәйләргә тотондо. Йәш ваҡытта йырлаған йырҙарын йырлап йәшлеккә лә ҡайтып әйләнделәр...
Ошо изге эштәргә ҡушылып Ҡотосова Фирүзә Ҡәһәрмән ҡыҙы,Аминева Сафия Ҡәһәрмән ҡыҙы10 пар , Баймаҡтан хажиә Багильдина Айһылыу Фуат ҡыҙы менән ауылдашыбыҙ Буранбаева Флорида Ҡәнзәфәр ҡыҙы 20 пар йылы перчаткиҙар бүләк иттеләр!Афариндар!
Башҡа ауылдаштарыбыҙ ҙа ихлас ҡушылыр тип ышанабыҙ.Һеҙгә , ҡатнашыусыларға барыһына ла иҫәнлек, именлек, ғаилә бәхете балалар изгелеге теләйем!Аяҡ -ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын🙏 Һалдаттарыбыҙға ниәтләп эшләгән бүләктәребеҙ барып етеп ҡыуанып кейһендәр.Тыуған яҡтарға имен -һау тиҙерәк ,һуғыштар бөтөп ,әйләнеп ҡайтһындар инде 🙏Донъяларыбыҙға тыныслыҡтар килһен!

Зәкиә Ғәйетбаева,

китапханасы.

Буранбайҙар ҙа берҙәм
Буранбайҙар ҙа берҙәм
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: