Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
8 Ноябрь 2023, 11:33

Беҙҙең ярҙам һеҙгә ышаныслы терәк булһын

Баймаҡ районы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға сираттағы гуманитар ярҙамын әҙерләй. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Баймаҡ районы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға сираттағы гуманитар ярҙамын әҙерләй. Блиндаждарҙы нығытыу өсөн дүрт кубометр ағас, 24 кубометр таҡта, рабица сеткаһы, маскировка сеткаһы тейәлде. Бынан тыш яугир яҡташтарыбыҙға күстәнәстәр ҙә юллана. Борщ, шифалы үләндәр йыйылмаһы әҙерләнгән.

Бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуарҙар Таштимер Фәхрисламовҡа, Булат Рәжәпов, Мөхтәр Бирғәлин, “Е.П.Г.” ЯСЙ-һының Рәис Сыңғыҙов етәкселегендәге коллективҡа, Баймаҡ урмансылығына рәхмәт белдерәбеҙ.

Тыуған яҡтын гуманитар ярҙамы яугирҙәребеҙгә терәк булыр, алдарына ҡуйылған бурысты үтәргә этәргес көс бирер, тип ышанабыҙ.

Беҙҙең ярҙам һеҙгә ышаныслы терәк булһын
Беҙҙең ярҙам һеҙгә ышаныслы терәк булһын
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: