Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
17 Июль 2023, 15:15

Һаҡ булыу мөһим

Таңға ҡарай улар резина кәмәлә йөҙөп килергә уйлай. Ике кешелек кәмә әйләнә. Йөҙә белгән ҡатын ярға сыға ала, ә 27 йәштәге йөҙә белмәгән ир һәләк була...

Һаҡ булыу мөһим
Һаҡ булыу мөһим

Һыуҙа һаҡ булығыҙ!

Ҡотҡарыусылар күпме генә иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, һыуҙа һәләк булған кешеләр өҫтәлеп бара.

Үткән ялда ла, оло бәхетһеҙлеккә ҡаршы, һыуҙа батып үлгәндәр теркәлгән. Өфө һәм Благовещен райондарында фажиғә балыҡ тотҡан мәлдә була. Резина кәмә әйләнеп китә, балыҡсылар һыуға ҡолай һәм батып үлә. Әгәр балыҡсылар махсус жилет кейгән булһа, имен ҡалырҙар ине, ти ҡотҡарыусылар.

Тағы бер бәхетһеҙ осраҡ Кушнаренко районында теркәлә. Алты кеше йылға буйына ял итергә килә. Таңға ҡарай улар резина кәмәлә йөҙөп килергә уйлай. Ике кешелек кәмә әйләнә. Йөҙә белгән ҡатын ярға сыға ала, ә 27 йәштәге йөҙә белмәгән ир һәләк була.

Балыҡсыларға мотлаҡ махсус жилет кейергә кәрәклеген онотмағыҙ. Әгәр яҡшылап йөҙә белмәйһегеҙ икән, тәрәнгә бөтөнләй бармағыҙ. Ә инде йөҙә белмәгәндәргә тик ярҙа ғына йөрөргә кәрәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: