Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Мәрхәмәтлек
6 Март 2023, 06:15

Ҡорбандар ҡабул булһын!

Һәмән ауылының фермер хужалығы етәксеһе Әминев Ришат Зәйнулла улы СВО-ла хеҙмәт итеүсе ир-егеттәр иҫәнлегенә бағышлап ҡорбан салдырҙы.Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Һәмән ауылының фермер хужалығы етәксеһе Әминев Ришат Зәйнулла улы СВО-ла хеҙмәт итеүсе ир-егеттәр иҫәнлегенә бағышлап ҡорбан салдырҙы. Мәсеттең имам-хатиб вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Фәнүз Үзәнбаев аят уҡыны, изге теләктәрен еткерҙе. Ҡорбанға һуйылған тана итенән тушенкаларҙы Ришаттың тормош иптәше Лариса Дәрүәт ҡыҙы етәкселегендә Баймаҡ үҙәк дауаханаһының ашхана хеҙмәткәрҙәре эшләне. Уларҙың теләктәре бер: ир-егеттәр имен-һау, еңеү менән йөрөп ҡайтһын, илдәр тыныс булһын!

Ришатҡа барлыҡ ауылдаштар исеменән рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡорбандар ҡабул булһын, имен-һау эшләп йөрө, бәрәкәтле оҙон ғүмер, ғаилә именлеге теләйбеҙ!

Райхана Булатова,

Билал ауылы китапханасыһы.

Ҡорбандар ҡабул булһын!
Ҡорбандар ҡабул булһын!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас