Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Мәрхәмәтлек
6 Март 2023, 04:00

Беҙ - һеҙҙең менән!

Һәр кемгә лә ауыр саҡта таянырлыҡ ныҡлы терәк кәрәк. Бигерәк тә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, һалдат ҡатындарына.Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Һәр кемгә лә ауыр саҡта таянырлыҡ ныҡлы терәк кәрәк. Бигерәк тә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, һалдат ҡатындарына. Ошо көндәрҙә  "Сулпылар" балалар баҡсаһы коллективы әлеге мәлдә бала тәрбиәләү буйынса декрет отпускыһында булған хеҙмәттәшебеҙ, Курбановтар ғаиләһенә барып, хәлдәрен белеп, ярҙам итеп ҡайттыҡ. Бергәләп ишек алдындағы ҡарҙы көрәп сыҡтыҡ. Хеҙмәттәшебеҙҙең ире тәүге көндәрҙә үк мобилизацияланған ине. 

Ниндәй генә ваҡыт булмаһын, һәр кемебеҙ һүҙ менән дә, ҡул менән дә ярҙамға килергә әҙер. Махсус операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙгә тиҙерәк имен-һау йөрөп ҡайтыуҙарын, ә ғаиләләренә түҙемлек һәм күңел ныҡлығы теләйбеҙ.

Гөлшат Тулыбаева,

балалар баҡсаһы мөдире.

 

Беҙ - һеҙҙең менән!
Беҙ - һеҙҙең менән!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас