Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Мәрхәмәтлек
25 Февраль 2023, 06:30

Тыуған ере өсөн янып йәшәй

Илнур Мансур улының намыҫлы хеҙмәте бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары һәм башҡа билдәләр менән баһаланған. Шуларҙың өп-өр яңыһы – РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың Рәхмәт хаты. Был юлы Илнур Мансур улы тыуған ере өсөн башҡарған бихисап файҙалы эштәре өсөн билдәләнде...

Тыуған ере өсөн янып йәшәйТыуған ере өсөн янып йәшәй
Тыуған ере өсөн янып йәшәй

Тыуған ере өсөн янып йәшәй

Илнур Мансур улы Ишмөхәмәтов – районыбыҙҙың бик уңышлы эшләгән ауыл биләмәһе башлыҡтарының береһе. Ул Ишмөхәмәт ауыл биләмәһен етәкләй.

Илнур Мансур улының намыҫлы хеҙмәте бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары һәм башҡа билдәләр менән баһаланған. Шуларҙың өп-өр яңыһы – РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың Рәхмәт хаты. Был юлы Илнур Мансур улы тыуған ере өсөн башҡарған бихисап файҙалы эштәре өсөн билдәләнде.

Эйе, Ишмөхәмәт ауыл биләмәһенә ҡараған Ишмөхәмәт, Байыш, Яңғаҙы ауылдарында районыбыҙ өсөн файҙалы булған бихисап эштәр башҡарылды һәм улар быйыл да уңышлы дауам итә. Былтыр атап үтелгән ауылдарҙа күпме ҡоҙоҡ кәртәләп алынды, шишмәләр таҙартылды! Был тирә-яҡ мөхитте саф килеш киләсәк быуындарға еткереү өсөн бик тә мөһим. Илнур Мансур улы ауылдарҙың, шулай уҡ зыяраттарҙың төҙөклөгөнә лә ҙур иғтибар бирә. Башҡа яҡта тыныс булғанда ла, бында күҙ асып йомған арала сыҡҡан бурандан ябылған юлдарҙы астырыу өсөн дә бар тырышлығын һала биләмә башлығы.

Махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәргә ярҙам ойоштороуға айырым һәм ныҡлы иғтибар бирелә биләмәлә. Ватан һаҡсыларына бағышланған саралар һәм башҡа фәһемле кисәләр йыш үткәрелә. Ғөмүмән, был биләмәлә тормош һәр саҡ ҡайнап тора.

Илнур Мансур улы үҙе: “Әгәр халыҡ берҙәм булмаһа, ауыл активы төрлө уй-хыялдар менән янмаһа, бындай уңыштарға өлгәшеп булмаҫ ине. Ишмөхәмәттә лә, Байышта ла, Яңғаҙыла ла бик уңған, эшһөйәр һәм сәмсел халыҡ йәшәй. Шуға күрә алдыбыҙға алған бар маҡсаттарға өлгәшеп киләбеҙ”,-тине.

Мәғлүм булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылды Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан итте. Ә был йүнәлештә Илнур Ишмөхәмәтов күптән маҡсатлы эш алып бара. Алдынғы ҡарашлы, тыуған ере һәм халҡы өсөн янып эшләгән биләмә башлығына уңыштар, изге башланғыстарының дауамлы булыуын теләйбеҙ!

Гүзәл Салихова.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас