+21 °С
Болотло
Бөрйәнйылға ауылы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан ир-егеттәргә ярҙам ҡулы һуҙып, уларҙың иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләп маскировкау сеткаһын үреү акцияһына дәрәү ҡушылды. Барлыҡ изге теләктәрен теләп, күңел йылылығын ҡушып үрелгән сетка менән берлектә һалдаттарға йылы ойоҡбаштар ҙа әҙерләйҙәр.
Акцияла ҡатнашҡан барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Илебеҙҙә тыныслыҡ булһын!