Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
2 Февраль 2023, 17:05

Түбә эшҡыуарынан - тай!

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Баймаҡ районының Түбә ауылынан эшҡыуар Ҡыуат Боҫҡонов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ өсөн бер тай салған. Ауылдың бер төркөм уңған ҡатын-ҡыҙҙары унан тушёнка һәм ҡаҙы эшләгән.

«Изге уй-ниәттәр менән әҙерләнгән ризыҡтарыбыҙ һәйбәт барып етһен, улдарыбыҙ тыуған яҡтарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын», - тип хәбәр итә Түбә ауылы халҡы.

Ҡыуат Боҫҡоновтың мәрхәмәтлегенә баш эйеп, мең рәхмәттәр әйтке килә! Сауаптары насип булһын! 

 

Түбә эшҡыуарынан - тай!
Түбә эшҡыуарынан - тай!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: