Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
29 Декабрь 2022, 08:47

Хәлдәрегеҙ нисек, ололар?

Йомаш ауылы биләмәһенең инциатив төркөмө - "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе Зифа Аҡназар ҡыҙы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Хәҙисә Зәки ҡыҙы, китапхана мөдире Алббина Шөғәйеп ҡыҙы Аҡморон ауылында урынлашҡан «Мәрхәмәт»ололар йортонда тәрбиәләнеүселәргә Яңы йыл күстәнәстәре алып барып тапшырҙыҡ.

Йомаш ауылы биләмәһенең инциатив төркөмө - "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе Зифа Аҡназар ҡыҙы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Хәҙисә Зәки ҡыҙы, китапхана мөдире Алббина Шөғәйеп ҡыҙы Аҡморон ауылында урынлашҡан «Мәрхәмәт»
ололар йортонда тәрбиәләнеүселәргә Яңы йыл күстәнәстәре алып барып тапшырҙыҡ.
Беҙҙе бөхтә йыйыштырылған был йортта ҡаршы алған инәйҙәр, апайҙар, ағайҙарға:" Хәлдәрегеҙ нисек?" - тип һорағас, улар бер ауыҙҙан: "Шәәәп!" - тине..
Оҙаҡ йылдар ошо йортта эшләгән хеҙмәткәрҙәр Юрий Николаевич, Ирина Василевна, Владимир Иванович,  Ирина Туленковаға оло рәхмәт әйтеп, хеҙмәттәре өсөн баш эйге килә. Иллегә яҡын ҡарауылсыһыҙ ҡалғандарға күңел йылыһын йәлләмәй, шифалы һүҙҙәре менән дә дауалайҙар.

Ошо яңы йыл күстәнәстәрен әҙерләүҙә ауылыбыҙҙың ҡулдарынан «бал» тамған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙа рәхмәт әйткем килә. Улар - Йомашева Рәсимә, Йәнбирҙина Нәйлә, Байзигитова Гүзәл, Иҫәнова Зифа, Аҡбулатова Альбина, Сәйғәфәрова Альмира, Барлыбаева Венера, Байсыуаҡова Гөлсөм, Йомашева Рима, Әбубәкирова Люциә, Алсынбаева Тәнзилә, Барлыбаева Яҙгөл. Сауаптарын насип итһен!
Әйҙәгеҙ, тигәнгә һәр ваҡыт "давай" тип элеп алған Зифа апайға айырыуса рәхмәт.
Йырҙа йырланғанса: ҡартлыҡ һинән(минән) һорап килмәй, килһә китмәйҙә ҡуя... Йәшлеккә кире ҡайтып булмағандай, ҡартлыҡҡа ла урау юлдар юҡ. Һүҙемде тамамлап әйткем килә: бер беребеҙгә мәрхәмәтле булайыҡтар, ҡартлыҡ бәхете бирһен Хоҙайым барыбыҙға ла!

Хәҙисә Райманова,

Йомаш ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.

Хәлдәрегеҙ нисек, ололар?
Хәлдәрегеҙ нисек, ололар?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: