Мәрхәмәтлек
19 Декабрь 2022, 03:55

Беҙ һеҙҙең менән!

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Баймаҡ районында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә, уларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам итеү эштәре дауам итә. Таулыҡай ауыл биләмәһенән хәрби операцияла Сыңғыҙ ауылынан - ике, Таулыҡайҙан биш егет ҡатнаша. Ошо көндәрҙә уларҙың ғаиләләрен утын менән тәьмин итеү буйынса эштәр тамамланды. Был изге эшкә үҙ өлөшөн индергән егеттәргә, техника менән тәьмин иткән Әхмәр Кәйекберҙинға, Зәбир Ишкининға, Этҡол урман хужалығында эшләүсе Таһир Моталлаповҡа, өмәселәрҙе эштән һуң йылы аштары менән һыйлаусы Гөлсирә Салауат ҡыҙына, Фәйрүзә Ғәфәр ҡыҙына, Гөлдәр Булат ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Аяҡ - ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын, тип яҙа таулыҡайҙар үҙҙәренең ауыл чатында.
Егеттәрҙең яуҙан имен - һау әйләнеп ҡайтыуҙарын, йорт илдең тыныс булыуын теләйһе ҡала.

Беҙ һеҙҙең менән!
Беҙ һеҙҙең менән!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас