Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
14 Декабрь 2022, 10:15

Йомаштарҙан - ир-егеттәргә бүләк!

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Йомаш ауылы биләмәһенән Украиналағы хәрби операциялағы, мобилизациялагы ир-егеттәребеҙ өсөн гуманитар ярҙам тапшырылды.
Ауылыбыҙҙа ошондай ирекле иғәнә, ярҙам өсөн битараф ҡалмаган ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға оло рәхмәт еткерәбеҙ. Ауылыбыҙҙа үткән бер саранан да ситтә ҡалмаған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ:
"Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе Зифа Аҡназар ҡыҙына, клуб мөдире Гөлсинә Йәноҙаҡ ҡыҙына, китапхана хеҙмәткәре Албина Шөғәйеп ҡыҙына, Янбаева Миннибикә, Ярҡынбаева Рәсимә, Туванаева Ғәшүрә, Йомашева Рәсимә, Барлыбаева Венера, депутат Йәнбирҙина Нәйлә, Аюпова Рима, Байсыуаҡова Зөмбирә бына ошо апайҙарға рәхмәт. Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙламаһын, ғәиләгеҙгә именлек теләйбеҙ. Күктәребеҙ аяҙ, көндәребеҙ уңдырышлы, төндәребеҙ тыныс булһын. Илебеҙ тыныслығы өсөн йәнен фиҙа ҡылған ир егеттәребеҙгә һаулыҡ, сабырлыҡ, тиҙерәк тыуған илебеҙгә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Илебеҙгә именлек, тыныслыҡ теләй Йомаш ауылы халҡы.

Хәҙисә Райманова,

Йомаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.

Йомаштарҙан - ир-егеттәргә бүләк!
Йомаштарҙан - ир-егеттәргә бүләк!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: