+24 °С
Ямғыр
Күгиҙел ауылы ағинәйҙәре Сәкинә инәй Кәримова һәм Римма апай Әйүпова йөрәк йылыһын ҡушып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға, тип йылы ойоҡбаштар бәйләгән. Улар Билал ауыл хакимиәтенә тапшырылған. Ошо көндәрҙә улар һалдаттарға оҙатыласаҡ. Күҙ нурҙарына йөрәк йылыһы ҡушылған ойоҡбаштар беҙҙең егеттәрҙең аяғын ғына түгел, күңелдәрен дә йылытһын. Ҙур рәхмәт һеҙгә, ағинәйҙәр!