Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
23 Ноябрь 2022, 10:57

Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

Был изге эш ярты быуатлыҡ ғүмере менән әһәмиәтле. Бөткән ауылдарҙың береһе һаналған Тәкәһуҡҡан уҙған быуаттың 70-се йылдарында гөрләп торҙо. 1973 йылда бында уҡытыусы булып Сәлимә апай Хәсәнова эшләй ине. Бер мәлде ул башланғыс класс уҡыусыларын Икенсе Этҡол ауылына экскурсияға алып бара. Үҙе лә ошо төбәктә йәшәгәс, ауыл буйлап сәйәхәт иттерә. Бәләкәстәргә һәр урам, һәр йорт тураһында һөйләй. аҙаҡ уҡыусыларҙың туғандары тураһында белешә һәм: “Туғандарығыҙға барып йоҡлағыҙ”, – тип уларҙы ауыл буйлап таратып сыға.   

Бер туғандар Әнисә менән Әлфиә Фәйзуллиналар Миңлегөл һәм Рәис Әмировтарҙа туҡтай. Балалыҡ инде, бер мәл быларҙың ҡайтҡыһы килә башлай. айырыуса Әлфиә  тигәненең. Ул апаһы Әнисәне өгөтләп, юлға сығалар. Ҡапыл көн дә һыуыта. Ҡыҙҙар аҙашып, икенсе яҡҡа сығып китә. Икеһе лә өшөй, асыға. Әлфиәнең атларлыҡ та  хәле ҡалмай. Илай башлай. Бер ҡайын төбөндә туҡтап, апаһы һеңлеһен алдына ултырта... 

Ошо мәлдә юлдан Салауат исемендәге колхоздың “Белорус”ы үтеп барғаны күренә. Бәләкәстәрҙе тракторсылар Мөхтәр Сафиуллин һәм Әхәт Иҙрисов абайлап  ҡала. Улар ҡыҙҙарҙы ҡабаттан Икенсе Этҡол ауылына алып китә һәм азамат Тажетдиновтың өйөндә ҡалдыра. Был мәлдә Әлфиә иҫен юғалтҡан була. азамат Әғзәм  улының ҡатыны Люциә ауыл фельдшерына йүгерә. Фельдшер венера Ишйәрова килеп, тәүге ярҙамды күрһәтә. Ике көн дауамында ҡыҙҙарҙы уколдар һалып,  дарыуҙар эсереп аяҡҡа баҫтыралар... 

Был ваҡиғаға 49 йыл үткәс, шул ҡыҙҙарға үҙҙәренең ҡотҡарыусыларының береһе менән күрешергә насип була. Әнисә менән Әлфиә Бикеш дауаханаһынан йәйәүләп тура  юлдан ҡайтырға сыға. Түбәнге Яйыҡбай яғына атлаған ҡатындарҙы күреп, ат егеп барған Мөхтәр Сафиуллин уларҙы ултыртып ала. Һүҙҙән-һүҙ сығып, һөйләшеп  китәләр. Мөхтәр ағай уҙған быуаттың 70-се йылдарында нисек итеп ике ҡыҙ баланы юлда ултыртып алыуы тураһында һөйләй. “Бына шул ҡыҙҙарҙың яҙмышын белергә  ине”, – ти ул һүҙен тамамлап. Әнисә: “Олатай, ул беҙ инек бит!” – тип үҙҙәре менән таныштыра. Балалыҡ менән әйтә алмаған рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр. 

Йәнә 4-5 ай үтә. Әнисә менән Әлфиә Фәйзуллиналар ҡотҡарыусыларының өйөнә барып, ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә ҡарар итә. Уҙған йыл ҡапыл ғына ауырып  киткән Мөхтәр ағай әле лә ныҡлап аяҡҡа баҫа алмай аҙаплана икән. 

Диндә үҙеңде ҡотҡарыусыны йән һаулығы өсөн ризалатырға кәрәк, тиҙәр. Әнисә менән Әлфиәгә лә ярты быуат элек күргән изгелекте онотмай, ҡотҡарыусыларын  ҙурлағаны өсөн аллаһы Тәғәләнең фатихаһы төшөр, тип уйлайым. Икенсе ҡотҡарыусы– Әхәт Иҙрисов та мәңгелек йортонда улар өсөн риза булғандыр. Изгелек ерҙә ятып  ҡалмай, үҙеңә лә изгелек булып әйләнеп ҡайта. 

Рәйсә Иҫәнбаева.
Ниғәмәт ауылы.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: