Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
15 Ноябрь 2022, 15:05

Беҙ һеҙҙең менән!

Баймаҡта мобилизацияланған егеттәрҙең ғаиләләрен ярҙамһыҙ ҡалдырмайҙар, уларға һәр яҡлап булышлыҡ күрһәтелә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта. 

Баймаҡта мобилизацияланған егеттәрҙең ғаиләләрен ярҙамһыҙ ҡалдырмайҙар, уларға һәр яҡлап булышлыҡ күрһәтелә. Ошо көндәрҙә Йәнйегет ауылынан хәрби операцияла ҡатнашыуға юлланған егеттәрҙең ғаиләләре ҡышҡылыҡҡа утын менән тәьмин ителде. Изге эш Татлыбай ауылы биләмәһе хакимиәте, Йәнйегет ауылы советы депутаты Азамат Вәлиев һәм урындағы эшҡыуарҙар тарафынан ойошторолған. Утын ауыл биләмәһенән махсус операцияға алынған һәр егеттең ғаиләһенә килтерелгән.

Әйтергә кәрәк, Йәнйегет ауылынан 3 егет мобилизацияланған ине. Ошо арала тағы ла икәүһе үҙ теләге менән контракт буйынса ил һаҡларға киткән. 

Беҙ һеҙҙең менән!
Беҙ һеҙҙең менән!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: