Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
9 Ноябрь 2022, 16:07

Инвалидтар өсөн туризм үҙәге асыла

-- Бөгөн беҙ «Кәртәләрҙе емереп» Бөтә Рәсәй асыҡ форум-күргәҙмәһендә ысын мәғәнәһендә «ҡаршылыҡтарҙы емерә»беҙ! Бында предприятиелар, ойошмалар, власть органдары - үҙенсәлекле кешеләргә ысынлап ярҙам итеүселәрҙең барыһы ла үҙ-ара килешеп эш итә. Был өлкәләге хәлде тамырынан үҙгәртеү өсөн Стратегик башланғыстар агентлығы менән форум ойошторҙоҡ. Уларҙың күп кенә башланғыстарын социаль һәм иҡтисади йүнәлештәге өлкәлә тормошҡа ашырабыҙ.  

Инвалидтар өсөн туризм үҙәге асыла
Инвалидтар өсөн туризм үҙәге асыла

 

Андрей Назаров "Кәртәләрҙе емереп" Бөтә Рәсәй асыҡ форум-күргәҙмәһенән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашып, былай тиеп яҙған: 

-- Бөгөн беҙ «Кәртәләрҙе емереп» Бөтә Рәсәй асыҡ форум-күргәҙмәһендә ысын мәғәнәһендә «ҡаршылыҡтарҙы емерә»беҙ!

Бында предприятиелар, ойошмалар, власть органдары - үҙенсәлекле кешеләргә ысынлап ярҙам итеүселәрҙең барыһы ла үҙ-ара килешеп эш итә.

Был өлкәләге хәлде тамырынан үҙгәртеү өсөн Стратегик башланғыстар агентлығы менән форум ойошторҙоҡ. Уларҙың күп кенә башланғыстарын социаль һәм иҡтисади йүнәлештәге өлкәлә тормошҡа ашырабыҙ.

Бындай проекттарҙың береһен бөгөн башлайбыҙ: 5 предприятие «Барыһы өсөн дә асыҡ» инклюзив проекты сиктәрендә социаль йөкләмәләрҙе үҙ өҫтөнә ала.

Шулай уҡ, ҡатнашыусыларҙың тәҡдиме буйынса, Башҡортостанда инвалидтар өсөн Туризм үҙәге булдырыласаҡ. Тәбиғәтебеҙ бик матур һәм уны бөтә граждандарға, шул иҫәптән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә күрһәтергә теләйбеҙ.

Форумды йыл һайын үткәрәсәкбеҙ, унда нимәләр эшләнгән, ә өҫтәмә ниндәй аҙымдар яһарға кәрәклеген теркәйәсәкбеҙ.



 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: