Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
1 Ноябрь 2022, 11:33

«Кәртәләрҙе емереп»

Баш ҡалала реабилитациялауҙың һәм инклюзияның иң яҡшы тәжрибәләре тикшереләсәк  

«Кәртәләрҙе емереп»
«Кәртәләрҙе емереп»

Баш ҡалала реабилитациялауҙың һәм инклюзияның иң яҡшы тәжрибәләре тикшереләсәк


2022 йылдың 8-10 ноябрендә Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында «Кәртәләрҙе емереп» Беренсе асыҡ форум-күргәҙмәһе ойошторола. Был Башҡортостанда үткәрелгән реабилитация индустрияһының иң күләмле форумы буласаҡ.

Әлеге ваҡытта күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн илдең 12 төбәгенән: Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Владимир, Ленинград, Мәскәү, Новосибирск, Һарытау, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, шулай уҡ Краснодар, Приморье крайҙарынан, Башҡортостандан һәм Татарстандан 50-нән ашыу предприятие заявка бирҙе. 

«Кәртәләрҙе емереп» тәүге асыҡ форум-күргәҙмәһе - ул Рәсәйҙең 7 төбәгенән 70-тән ашыу спикер ҡатнашлығында иң киң мәсьәләләр даирәһе буйынса 30-ға яҡын һүҙ көрәштереү майҙансығы, түңәрәк өҫтәл, конференция һәм оҫталыҡ дәрестәре.

8 ноябрҙә Форумдың төп сараһы - «Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау. Яңы саҡырыуҙар һәм ҡарарҙар»,  10 ноябрҙә Социаль эшҡыуарлыҡ буйынса төбәк-ара форум үтә. 

8 ноябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында «Кәртәләрҙе емереп» балалар ижады фестивале, ә 9-10 ноябрҙә Конгресс-холда коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан «Изге республика» уникаль тауарҙар һәм изделиелар йәрминкәһе уҙғарыла. Бынан тыш, «Әсә йөрәге» әсәләр советынан, Ортомода компанияһынан мода күрһәтеү һәм инклюзив коллективтар ҡатнашлығында концерт программаһы ҡаралған.

«Кәртәләрҙе емереп» беренсе асыҡ форум-күргәҙмәһе - ул инвалидлыҡты реабилитациялау һәм иҫкәртеү, теләүселәрҙең барыһының да реабилитациялау техникаһы етештереүселәре һәм поставкалаусылары менән үҙ-ара эш итеүен ойоштороуҙың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереү өсөн үҙенсәлекле майҙансыҡ.

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: