ТОРМОШТОҢ ҠОЯШЛЫ ЯҒЫНДА...
Бер кеше аҡыл эйәһенән: “Ниңә һәр ваҡыт миңә нахаҡ яла яғалар? Ниңә минең таҙа ниәттәремдән кер эҙләйҙәр, изге эштәремде бысраҡҡа буяйҙар? - тип һорай.
Аҡыл эйәһе ялбыр ҡарт ағас аҫтында ултырған була. Ул борсолоуға батҡан теге әҙәмде: “Ҡояш аҫтында торма, әйҙә, минең янға ышыҡҡа кил”, - тип саҡыра. Уныһы теләр-теләмәҫ ағас аҫтына күсә.Ҡояшлы ерҙән китеү менән кешенең артынан эйәреп йөрөгән күләгә лә юғалған. “Бына хәҙер һин үҙеңдең һорауыңа яуап алдың”, - тигән аҡыл эйәһе.
“Кем ҡояшлы яҡты, яҡтылыҡ һәм изгелек яғын һайлай – уларҙы һәр ваҡыт нахаҡ эҙәрлекләй. Тормоштоң ҡояшлы яғын һайлағанһың икән – нахаҡты ла күтәрергә әҙер булырға тейешһең. Шунһыҙ булмай был тормошта. Донъяның ҡара яғына күс – шунда уҡ нахаҡ күләгәһе лә һинән китер. Нахаҡ – һинең тормоштоң ҡояшлы яғында йәшәүеңдең күрһәткесе ул. Изгелектән баш тарт, кешеләргә ярҙам итеүҙән, яҡтылыҡ һирпеүҙән туҡта – эҙәрлекләүҙәр, ғәйбәт, яла яғыуҙар ҙа туҡтаясаҡ. Ҡара көстәр шуға өлгәшергә теләй".
Кеше аҡыл эйәһе әйткәндәрҙе аңлаған, рәхмәт әйткән һәм ағас аҫтынан сыҡҡан, ҡояшлы урам буйлап атлаған. Артынан күләгәһе лә эйәргән. Тик бынан ары кеше нахаҡ һүҙҙәргә иғтибар итмәҫкә ҡарар иткән. Сөнки уға тормоштоң ҡояшлы яғы нығыраҡ оҡшаған.
Фото интернеттан алынды.