Мәрхәмәтлек
8 Апреля 2022, 10:05

"Миләш"тәр - "Мәрхәмәт"тә

Алғаҙы ауылының "Миләш" төркөмө Аҡморон ауылындағы ҡарттар йортонда булып ҡайтты. Тулыраҡ: 

Добавить в предпочтительные источники Google

Ошо көндәрҙә, Изге Рамаҙан айында, Алғаҙы ауылының "Миләш "коллективы менән Әбделкәрим мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Аҡморон ауылында урнашҡан "Мәрхәмәт" ҡарттар йортона барып, ундағы оло йәштәге инәй-олатайҙарҙың хәлдәрен белеп ҡайтты. Үҙҙәре бешергән күстәнәстәрен, Алғаҙы ауыл халҡы тарафынан йыйылған кейем-һалымдарҙы биреп һәм хәйер-саҙаҡалар таратып, ололарҙың күңелдәрен күрҙеләр.
"Миләш" коллективы матур концерт ҡуйып, уларҙы ҡыуандырып, күңелдәрен күтәрҙе. Оло йәштәгеләр ҙә уларға ҡушылып, дәртләнеп бейеп тә алды. Ә инде моңло йырҙар йырлағанда-тәрән уйҙарға бирелеп, күҙҙәренә йәш алдылар.
Ошо сауаплы сараны ойошторған "Миләш" коллективына, Хәмзә Йәнбирҙинға, Хөсәйен Ғәбитовҡа, Алғаҙы ауылы халҡына ҙур рәхмәттәрен белдерәбеҙ. 

 

"Миләш"тәр - "Мәрхәмәт"тә
"Миләш"тәр - "Мәрхәмәт"тә
Автор:Лилия Такаева