Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
26 Март 2022, 15:00

Тормош хәҡиҡәттәре

Уй-теләктәреңде һәр береһенә һәйләмә. Беренсенән, бының кешегә ҡыҙыҡ булмауы мөмкин. Икенсенән, үҙең генә белер серҙәрең дә булырға тейештер бит...

Тормош хәҡиҡәттәре
Тормош хәҡиҡәттәре

Кешегә көсләп тағылма. Бәҫте төшөрөүе еңел дә, кире күтәреүе ауыр.

Ике кешене бер юлы яратҡан кеүек булһаң, икенсеһен һайла. Беренсеһен ысын күңелдән яратһаң, икенсеһенә ҡарамаҫ инең.

 Кеше алдында яҡшы күренәйем тип ҡыланма. Битлек ҡасан да булһа сиселә.

Түҙемлектең дә сиге бар. Яҡын кешеләреңдең түҙемлеген һынама. Яңғыҙ ҡалыуың ихтимал.

 Дуҫым юҡ тип ҡайғырма. Иң мөһиме, үҙең менән дуҫ бул, үҙеңә генә ышан.

 Уй-теләктәреңде һәр береһенә һәйләмә. Беренсенән, бының кешегә ҡыҙыҡ булмауы мөмкин. Икенсенән, үҙең генә белер серҙәрең дә булырға тейештер бит.

Хыянатты ғәфү итмә. Һине яратҡан кеше хыянат юлына баҫмаясаҡ. Һинән яҡшыраҡты эҙләргә маташҡан кеше эҙләнеүҙән туҡтамаясаҡ.

Кеше 80% һыуҙан тора. Әгәр ҙә һинең маҡсаттарың, тормошҡа пландарың, алға ынтылышың юҡ икән, һин ерҙәге күләүектән ни менән айырылаһың?

Һине яратҡан, хөрмәт иткән, һинең менән булырға теләгән кешеләрҙең ҡәҙерен бел. Үҙең яратҡандарға ҡарағанда һине яратыусылар ышаныслыраҡ.

Ялҡаулыҡ - хурлыҡ. Кеше һинең үҙеңә был турала асыҡтан-асыҡ әйтмәй икән, ул кеше әҙәп кенә һаҡлап маташа. Бер аяғын баҫҡансы, икенсеһен эт ашарҙай булып көскә ҡыбырлап

йөрөүселәр тиреҫ ҡорто менән бер.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: