Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
28 Июнь 2021, 15:55

Баймаҡтар "Атайсал"да беренсе!

-

Бөгөн көндәлек оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы Башлығының хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Кильсенбаев ошо хаҡта белдерҙе.

Баймаҡ районы буйынса 9 проект төҙөп тапшырылған. Мәҫәлән, ағалы-ҡустылы Ғирфановтар Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына яңы медицина ҡоролмаһы һатып алып бирҙе. Бетерә эшҡыуары Илсур Нәбиуллин тыуған ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларға арналған мемориал комплекс төҙөп ултыртты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Атайсал” проекты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың инициативы менән барлыҡҡа килде. Унда 100-ҙән ашыу ауыл биләмәһе, муниципаль хеҙмәттәр, төрлө кимәлдәге 54 депутат, 53 крәҫтиән-фермер хужалығы һәм эшҡыуарҙар ҡушылды. Шулай уҡйәштәр комитетынан 15 проект эшләп тапшырылған.

Был проектҡа теләгән һәр кем ҡушыла ала. Уның өсөн https://ataisal.ru порталында теркәлергә кәрәк. Ярҙам төрлө йүнәлештә булыуы мөмкин.

Баймаҡтар "Атайсал"да беренсе!
Баймаҡтар "Атайсал"да беренсе!
Читайте нас: