Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
24 Июнь 2021, 18:10

МЫРАУБАЙ ... АТАЙ БУЛДЫ!

Кешеләрҙе: “Хайуан!”-тип әрләмәгеҙ әле. Киреһенсә үҙен насар тотҡан дүрт аяҡлыларға: “Ух һин, кеше!” тип әйтергә кәрәк. Сөнки күҙәткәнегеҙ бармы – хәҙер хайуандар беҙҙән күпкә мәрхәмәтлерәк...

Кешеләрҙе: “Хайуан!”-тип әрләмәгеҙ әле. Киреһенсә үҙен насар тотҡан дүрт аяҡлыларға: “Ух һин, кеше!” тип әйтергә кәрәк. Сөнки күҙәткәнегеҙ бармы – хәҙер хайуандар беҙҙән күпкә мәрхәмәтлерәк?

Кис. Бар мәшәҡәттәремде ҡалдырып телевизор ҡарап ултырам. Бесәйем ишек төбөндә мыяулай башланы. Башҡа ваҡытта асыҡ тәҙрәнән ингән бесәйгә иғтибар ҙа бирмәй, кино ҡарауымды дауам итәм. Юҡ, был хәҙер ишекте тырнай башланы. Бесәйем тәрбиәле, аҡыллы ғына булғас, быға нимә булды икән, тип аптырап сыҡтым. Ишекте асһам Мыраубайым ауыҙына бесәй балаһы ҡабып алған. Мин аптырап торғансы йүгереп залға үтеп инде лә, әле генә ултырған диваныма кескәй бесәйҙе һалып та ҡуйҙы. Уныһының күҙе лә асылмаған. Саҡ тын алыуына ҡарағанда ас һәм хәле мөшкөл. Мыраубай миңә ҡарап яман итеп мыяулай башланы. Йәнәһе: “Нимәңде ҡарап тораһың, ҡотҡар баланы!”

Йәһәт кенә һөт алып, бәләкәсте пипетка аша тамыҙып ҡына ашаттым. Хәл ингәндер күрәһең, шәлемә төргәйнем, йоҡлап китте. Уны ипләп кенә ҡумтаға һалдым. Тыштағы мәшәҡәттәрҙе бөтөрөп инһәм, Мыраубай ҡумта эсенә инеп ятҡан, бесәй балаһын ҡуйынына тығып алған. Бына һиңә мә! Урмадағы бар бесәйҙәр менән ҡанға батып һуғышып йөрөгән Мыраубайҙан бындай йомшаҡлыҡты көтмәгәйнем. Бына шулай йәшәйбеҙ хәҙер: бесәй балаһын ашатам. Мыраубай янымда текләп ҡарап ултыра ла, шунда уҡ кескәйҙе ҡуйынына алып йоҡлата. Хәҙер бесәй балаһының күҙҙәре лә асылды.

Ә мин хәҙерге ваҡытта атайҙарҙың ғына түгел, ә әсәйҙәрҙең дә үҙе тапҡан сабыйҙарын ташлап киткәнен уйлап, Мыраубайыма һоҡланам.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: