Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
7 Май 2021, 22:51

Тереләрҙең - ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел

Бөгөн Һәмән ауылының "Арьяҡ" зыяратын кәртәләү, сүп-сарҙан таҙартыу буйынса ҙур өмә үткәрелде. Унда ауылдаштарым, тыуғандарым ихлас ҡатнашты. Ошо боронғо зыяратта Һәмән, Билал ауылдарының бик күп данлыҡлы ауылдаштары ята...#ауылтормошоһаҡмарҙа

Бөгөн Һәмән ауылының "Арьяҡ" зыяратын кәртәләү, сүп-сарҙан таҙартыу буйынса ҙур өмә үткәрелде. Унда ауылдаштарым, тыуғандарым ихлас ҡатнашты. Ошо боронғо зыяратта Һәмән, Билал ауылдарының бик күп данлыҡлы ауылдаштары ята. Юғары дин әһелдәре, белемле хәҙрәт, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл ветерандары, һуғыш йылы балалары ерләнгән. Бөйөк Еңеү алдынан, изге Рамаҙан айында үткәрелгән эштә ҡатнашып, өмәселәр ҙур сауап алды. Ауыл хакимиәте башлығы Илдар Шәһәрғәзе улы өмәселәргә уңыштар теләне, артабан материалдар менән ярҙам итәсәген белдерҙе. Бөгөнгө өмә әле башы ғына. Материал, аҡса йыйылыуға ҡарап эш артабан да дауам итәсәк. Рөстәм Бикбаев, Миңлегөл Кәримова, Таңһылыу Булатова эште бик матур итеп ойошторҙолар. Зыяратты заманса материалдар менән кәртәләргә Аскаров Радик ҡустым әллә ҡасан хыяллана ине, әле килеп уны эшләп ҡуйҙыҡ. Ҡустымдың хыялын тормошҡа ашырыусыларға ҙур рәхмәт. Бөгөнгө иртә таңдан кискәсә эшләгән ир-егеттәребеҙ: Юнир Булатов, Янбулат Бикбаев, Ғәфүр, Хәдит Ямаловтар, Нуриман, Айнур Исхаковтар, Айнур Нурмөхәметов, Рафиҡ Аминев, Юлай Бускунов, Суфьян Мөхәмтйәнов, Дидар Нурисламов, Батыр, Мораҙым, Рәсим Асҡаровтарға ихлас күңелдән рәхмәт! Шулай уҡ зыярат эсен сүп-сарҙан таҙартып, өмәселәрҙе тәмле аш-һыуҙары менән һыйлаусылар - Мөрит, Мөбәрәк Бикбаевтарҙың ҡыҙҙары, ейәнсәре, Хажиәхмәт Асҡаровтың килене, ейәнсәре, ҡыҙҙары. Барығыҙға ла именлек-һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә бәхете, барлыҡ хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Әнүзә Мәжитова.
Читайте нас: