Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
8 Ғинуар 2021, 18:02

Мәрхәмәтлелек ғәмәлдәре

Каникул көндәренең һуңғы йомаһында беҙ, Баймаҡ ҡалаһының һәм Мерәҫ, Татлыбай ауылы ағинәйҙәре, "Изгелектең юҡтыр сиктәре" акцияһына ҡушылып, үҙебеҙҙең күҙ нурҙарын, йөрәк йылыһын ҡушып бәйләгән ойоҡбаш һәм бейәләйҙәребеҙҙе, кофта һәм башҡа әйберҙәребеҙҙе Сибай балалар приютына алып барҙыҡ.

МӘРХӘМӘТЛЕК ҒӘМӘЛДӘРЕ
Каникул көндәренең һуңғы йомаһында беҙ, Баймаҡ ҡалаһының һәм Мерәҫ, Татлыбай ауылы ағинәйҙәре, "Изгелектең юҡтыр сиктәре" акцияһына ҡушылып, үҙебеҙҙең күҙ нурҙарын, йөрәк йылыһын ҡушып бәйләгән ойоҡбаш һәм бейәләйҙәребеҙҙе, кофта һәм башҡа әйберҙәребеҙҙе Сибай балалар приютына алып барҙыҡ. Беҙҙе зауыҡ менән биҙәлгән Яңы йыл шыршыһы һәм оло йөрәкле хеҙмәткәрҙәр ҡаршы алды. Байрам залында был йортта тәрбиәләнеүселәр һәм хеҙмәткәрҙәр ҡатнашлығында Яңы йыл уйындары, викторина уҙғарылды. Балаларҙың һорауҙарға дөрөҫ яуап биреүе, башҡортса шиғыр һөйләүҙәре бик тә күңелгә хуш килде. Викторинала ҡатнашҡан һәр балаға һәм тәрбиәләнеүсегә тәмлекәстәр һәм ағинәйҙәрҙең бүләктәре тапшырылды. Ҡайһы бер балалар шунда уҡ йөн ойоҡбаштарҙы кейеп тә алды.
Әлеге сәйәхәтебеҙгә фатиха биреп, транспорт бүлгән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Сиргалина Гөлшат Камил ҡыҙына, Үҙәк китапхана директоры Мортазина Зилә Вәкил ҡыҙына бик тә рәхмәтлебеҙ. Улар беҙҙең ағинәйҙәрҙең һәр инициативаһын хуплап, ярҙам итеп торалар. Ә ағинәйҙәрҙең эшләгән эштәре, ойошторған саралары бихисап. Бына әле Байыш ауылындағы янғындан зыян күреүсе ғаиләгә лә ярҙам ойоштора башланыҡ. Шулай уҡ изгелек акцияһын дауам итеп, районыбыҙҙан 19 бала тәрбиәләнгән Матрай балалар приютына барырға ниәтләнеп торабыҙ.
Сәрүәр МӨҘӘРИСОВА.
Читайте нас: