Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
4 Декабрь 2020, 19:53

Көсһөҙҙәрҙе яҡлау - көслөләр эше

Физик мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙең миһырбанлығы, сикһеҙ ихтыяр көсөн күреп хайран ҡалырға тура килә. Улар – бала күңелле лә, эскерһеҙ ҙә, кәрәк саҡта үҙҙәрен уйламай ярҙамға ташланыусан. Был яҡтан инвалидтар ойошмаһына йөрөгән егеттәрҙе үрнәк итеп килтерергә мөмкиндер. Улар ҡатын-ҡыҙҙы ишектән һәр саҡ алдан үткәрә, саралар ваҡытында урынын да бирә... Һаулыҡ һынауы күңелен һындыра алмаған шундай кешеләргә нисек һоҡланмаҫһың.

Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә ҡарата үткәрелгән онлайн “түңәрәк өҫтәл” ошо категорияға ингән граждандарҙың проблемаларына ҡағылды. Уның эшен район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина етәкләне. Тәүҙә ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев ҡалала физик яҡтан мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн ниндәй уңайлыҡтар булдырылыуы һәм киләсәктә ниҙәр башҡарыласағы хаҡында һөйләп үтте. Мәшғүллек үҙәге етәксеһе Гөлнара Сирусина инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуҙың үҙенсәлектәрен бәйән итте. “Эш эҙләгән бар кешеләрҙе урынлаштыра алдыҡ. Шуға күрә мөрәжәғәт итегеҙ, беҙ һеҙгә ярҙам итергә әҙер”,-тип белдерҙе ул.
“Ғаилә” үҙәге етәксеһе Гөлшат Байдәүләтова инвалидтар менән әүҙем эшләүҙәре, уларға мөрәжәғәт итеүселәргә бушлай юридик консультация бирелеүе хаҡында әйтеп үтте. Үҙәк ҡала дауаханаһы табибы Фәнил Ниғмәтуллин инвалидтарҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.
Физик яҡтан мөмкинлеге сикләнгән балалар үҫтергән ата-әсәләрҙең дә (айырыуса әсәйҙәрҙең) көндәлек ҡаһарманлығына күптәр һоҡланалыр. Улар сикһеҙ һөйөү менән йылдар дауамында бәпестәренең һаулығы ғына түгел, ә ғүмере өсөн дә көрәшә. Артабанғы “түңәрәк өҫтәл” нәҡ шундай балалар тәрбиәләгән әсәләр менән булды. Улар шифаханаға путевка алыу, тейешле белешмәләр тултырыу, кәрәкле медицина аппараты, бушлай дарыуҙар алыу һ.б. ҡағылышлы һорауҙарына яуап алды.
Ике яҡлы һөйләшеү физик мөмкинлеге сикләнгәндәр, инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләр, социаль өлкәлә эшләгән етәкселәр өсөн дә файҙалы булды.
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Читайте нас: