Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
22 Ноябрь 2020, 14:22

Ярҙамға... һынған ҡул да ҡамасау түгел

Айгөл Йосопова коронавирус башланғас та мәрхәмәтлек ойошмаһына ҡушылды. Мөләйем, игелекле-изгелекле Айгөлдө ололар шунда уҡ үҙ итте. Яҙғыһын аҙыҡ-түлек таратҡанда уның бер ҡулы һынған ине. Шуға ҡарамаҫтан, ул машинаһында 54 кешегә ярҙам күрһәтә алды.

Коронавирус ауырыуының көсәйеүе ирекмәндәрҙең эшен тағы ла арттырҙы. Яҙғыһын улар Өфөнән килгән аҙыҡ-түлекте таратҡайны. Унан яңғыҙ йәшәгән ололар ирекмәндәргә йорттарындағы эштә ярҙам итеүҙәрен дә һорап мөрәжәғәт итте. Ҡыҙҙар һәм егеттәр түтәлдәр әҙерләп, йәшелсә-емеш тә сәсеп бирҙе, көҙгөһөн уңышты йыйышты.
Мәғлүм булыуынса, әлеге ваҡытта 65 йәштән өлкәндәргә карантин иғлан ителде. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар кәрәк саҡта улар ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә.
Айгөл Йосопова коронавирус башланғас та мәрхәмәтлек ойошмаһына ҡушылды. Мөләйем, игелекле-изгелекле Айгөлдө ололар шунда уҡ үҙ итте. Яҙғыһын аҙыҡ-түлек таратҡанда уның бер ҡулы һынған ине. Шуға ҡарамаҫтан, ул машинаһында 54 кешегә ярҙам күрһәтә алды. Автоволонтер булараҡ, Айгөл Йосопова һәр заказды тиҙ арала үтәп тә
ҡуя. Баймаҡ дарыуханаларында коронавирус менән ауырығандар өсөн дарыуҙар бөткәс, Магнитогорск ҡалаһына ашыҡты. Кемгә ниндәй дарыу кәрәклеге тураһында исемлек төҙөп алған Айгөл Айрат ҡыҙы ҙур ҡаланың һәр дарыуханаһына йөрөп сыға. Ҡайтып күп ауырыуҙарҙың рәхмәт һүҙҙәрен ишетте ул.
“Ирекмәнлек эше менән буш ваҡытымда шөғөлләнәм. Минең өсөн ярҙамға мохтаждарға еңеллек килтереү ҡыуаныс бирә. Һәр кешенең ауыр хәлгә ҡалыуы, бәләгә тарыуы бар. Шуға күрә барыбыҙ ҙа хәлебеҙҙән килгән тиклем бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәргә тейешбеҙ, тигән уйҙамын”, – ти Айгөл Айрат ҡыҙы.
Изге уй-хыялдар менән янып йәшәгән Айгөл Йосоповаға ғүмеренең һәр мәлендә тик уңыштар ғына йылмайһын.
Читайте нас: