Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
20 Май 2020, 22:05

Башҡортостанда көтәбеҙ!

Өфөлә бөтә Евразия илдәре ирекмәндәренең форумын уҙғарыу күҙаллана.

Өфөлә Евразия ирекмәндәре форумын уҙғарыу күҙаллана. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика ирекмәндәре менән онлайн-осрашыуҙа тап ошо турала белдерҙе.
Унда төрлө илдәрҙең ирекмәндәре үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
"Август-сентябрь айҙарында Өфөлә бөтә Евразия илдәре ирекмәндәренең форумын йәки слетын үткәрәйек, – тине Радий Хәбиров. – Йәштәр тәжрибәһен уртаҡлашһын, әңгәмәләшһен, хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумдарға ҡул ҡуйһын. Беҙгә бер-беребеҙҙән өйрәнәһе нәмәләр күп. Һеҙҙе Башҡортостанда көтәбеҙ!" - тине ул онлайн-осрашыуҙа.
Читайте нас: