Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
13 Май 2020, 22:20

Иртәгә Баймаҡта - “Беҙҙең хәстәр” проекты эшләйәсәк

Уға ярашлы бушлай битлектәр таратыу күҙаллана. #ВОЛОНТЕР #МаскаВПомощь

Башҡортостанда #МаскаВПомощь республика акцияһы дауам итә. Уның ярҙамында республиканың 23 ҡалаһында һәм ҡала биләмәләрендә 135 000 медицина битлеге таратыласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, 12 майҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә, республика Хөкүмәте битлек һатып алыу өсөн финанс бүлергә һәм уларҙы мохтаж булған оло йәштәгеләргә таратып бирергә кәрәк, тип белдергәйне. Әлеге ваҡытта 150 мең битлек өләшелгән.
Маскалар Өфөгә килеп еткән. Улар автобустарҙа дүрт йүнәлеш буйынса юлға сыҡҡан. Ирекмәндәр иһә 13 һәм 14 майҙа һаҡланыу сараларын кешеләр күпләп йөрөгән урындарҙа таратасаҡ.
Республика акцияһына ярашлы, Өфөлә беренсе булып медицина маскалары таратылды. Ҡаланың ете районына бишәр мең һаҡланыу сараһы тапшырылған. “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк башҡарма комитетының “Беҙҙең хәстәр” проекты ирекмәндәре, республика ирекмәндәр хәрәкәте үҙәге, йәштәр ойошмалары вәкилдәре ярҙам иткән.
Маскаларҙы шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалаларында йәшәүселәр ҙә алды.
Иртәгә иһә уларҙы республиканың 20 муниципалитетында таратыу планлаштырыла. Шул иҫәптән Баймаҡта ла “Беҙҙең хәстәр” проектына ярашлы бушлай битлектәр таратыу күҙаллана.
Читайте нас: