Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
6 Май 2020, 22:28

Сығарылыш класс уҡыусыларына ярҙамға

#ЕРРБ #ЕРБашкортостан #ЕРМОБаймакскогоРайона #МыВместе #ПомогиучитьсядомаБөгөн мохтаж булған сығарылыш класс уҡыусыларына планшеттар тапшырылды.

Бөгөн Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин, ауыл биләмәләре башлыҡтары аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙәге 11-се класс уҡыусыларына планшеттар таратты.
Улар "Өйҙә уҡырға ярҙам ит" программаһы буйынса алынған ине. Проект БР-ҙың Мәғариф һәм фән министрлығы, Һанлы үҫеш министрлығы һәм "Берҙәм Рәсәй" партияһының башҡарма комитеты тарафынан тормошҡа ашырыла.
Баймаҡ районында планшеттар 30 балаға дистанцион белем биреү маҡсатында бирелде. Улар сығарылыш класс уҡыусыларына имтихандарҙы уңышлы тапшырырға һәм артабан юғары уҡыу йорттарына һәм колледждарға уҡырға инергә ярҙам итер, тип ышанғы килә.
Читайте нас: