Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
24 Апрель 2020, 13:05

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

#ВремяГероев

Баймаҡ ҡалаһының шәхси эшҡыуары
Тимур Фәхрисламов ҡалала һәм Йомаш ауылында "Заман" сауҙа нөктәләре тота. Ул ошо көндәрҙә Йомаш ауылы врач-амбулаторияһына 5 мең һумға көн-күреш кәрәк-яраҡтары, ултырғыстар, төҙөлөш өсөн буяуҙар, канцеляр тауарҙары менән ярҙам күрһәткән.
Әйткәндәй, Тимур Фәхрисламов мәрхәмәтлек акцияһында даими ҡатнаша. Шуның менән ул халыҡ араһында абруй яулаған. "Һаҡмар" гәзитенә яҙылыусылар араһында ла приздар ҡуйып, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ.
Читайте нас: