Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
4 Март 2020, 18:00

Инвалидтар ойошмаһы Грант отто!

Был уларҙың тәүге еңеүе түгел.

Баймаҡтағы инвалидтар ойошмаһы Рәсәй Президенты Грантына лайыҡ булды. Был уларҙың тәүге еңеүе түгел. Быға ҡәҙәр алған Грантҡа улар спорт залы асыуға өлгәшкәйне. Унда бөгөн төрлө ярыштар, конкурстар даими уҙа. Ял итеп алыу өсөн дә улар күп ваҡыттарын спорт залында уҙғара.

Беҙ ышанабыҙ” проектына инвалидтар ойошмаһы транспорт алыуҙы планлаштыра. Сөнки күп кенә физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр ауыл ерендә йәшәй. Ҡайһы бер осраҡта уларға Баймаҡҡа килеп етеү ауырлыҡ тыуҙыра. Шунлыҡтан төрлө реабилитация, байрам һәм ярыш сараларына мөмкин тиклем күберәк инвалидтарҙы йәлеп итеү өсөн автобус бик тә ҡулай буласаҡ.

Проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында ете инвалидты эш урыны менән тәьмин итеү мөмкинлеге буласаҡ.

Читайте нас: