Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
22 Ғинуар 2020, 16:38

Башҡортостан почтальоны - "Рәсәй ғорурлығы" Бөтә Рәсәй проектының геройы

Межгорье ҡалаһынан почтальон булып эшләүсе Эльвира Шәйәхмәтованың 6 ғинуар көнө янғындан 20 кешене, шул иҫәптән 7 баланың ғүмерен нисек итеп һаҡлап ҡалыуы тураһында яҙып үткәйнек инде. Был батырлығы өсөн почтальонды наградаға тәҡдим иткәндәр, тип Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй Почтаһы генераль директоры Николай Подгузов хәбәр итте.

Межгорье ҡалаһынан почтальон булып эшләүсе Эльвира Шәйәхмәтованың 6 ғинуар көнө янғындан 20 кешене, шул иҫәптән 7 баланың ғүмерен нисек итеп һаҡлап ҡалыуы тураһында яҙып үткәйнек инде. Был батырлығы өсөн почтальонды наградаға тәҡдим иткәндәр, тип Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй Почтаһы генераль директоры Николай Подгузов хәбәр итте.
Ябай почтальондың батырлығы тураһында "Рәсәй ғорурлығы" федераль интернет-проекты ла яҙып сыҡты. Әйткәндәй, был интернет-проекттың геройҙары ла тап Эльвира кеүек ябай батырлыҡтар эшләгән ябай кешеләр тураһында. Ғәҙәттә ундайҙар был ҡылған батырлыҡтарын батырлыҡ тип тә уйламай. Һәр кеше эшләй торған эш, бурыс, тип ҡабул итәләр.
Эльвира ла барыһы ла ял иткән көндә үҙенең участкаһына пенсия таратырға сыға. Был көндә бәғзе берәүҙәр Раштыуа байрамын ҡаршыларға йыйына, ҡайһылары ғаиләһе менән ял иткән булалар. Ҡалала почта, оператив хеҙмәттәр һәм магазиндар ғына эшләгән көн ине. Почтальон Дудоров урамындағы ике ҡатлы йорттоң подъезына ингәс, төтөн еҫен һиҙеп ҡала, унан ялҡынды күрә. Боронғо ағас йорттоң шырпы ҡабы кеүек дөрләп янып китеү ихтималлығын аңлаған Эльвира оҙаҡ уйлап тормай, бар ишектәргә лә шаҡый башлай.
Һөйөнөскә күрә Эльвира был йортта йәшәгән һәр кешене яҡшы белә. Шуға ла күрше подъезға ташлана. Унда икенсе ҡатта саҡ атлап йөрөгән оло йәштәге ҡатын йәшәй. Пенсионерға әйберҙәрен йыйышып, урамға алып сыға. Янғын һүндереүселәр килгәс, почта хеҙмәткәре артабан пенсия таратырға юллана.
Почтальондың батырлығы тураһында янғын сығыу сәбәптәрен оператив хеҙмәткәрҙәр тикшерә башлағас белеп ҡалалар. Яҡындары ла, коллегалары ла Эльвираның батырлығы тураһында киң мәғлүмәт сараларындағы яҙмаларҙы уҡып ҡына белеп ҡалалар. Ә Эльвира үҙен батырлыҡ эшләнем тип уйламай. "Минең урынымда икенсе берәү булһа, ул да шулай уҡ кешеләргә ярҙам итер ине", - ти ул йылмайып.
Экстремаль ситуацияла юғалып ҡалмайынса эштә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Эльвира Шәйәхмәтова дәүләт һәм Рәсәй Почтаһының корпоротив наградаларына тәҡдим ителәсәк.
Бына шулай, ябай ғына почтальондың ябай булмаған батырлығы тураһында бар ил белә.
Читайте нас: