Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
16 Ғинуар 2020, 11:42

Межгорьенан почтальон янғындан 20-нән ашыу кешене ҡотҡарған

Межгорье ҡалаһындағы почтальон Эльвира Шәйәхмәтованың ҡыйыулығы арҡаһында янғында кешеләр һәләкәттән ҡотолоп ҡала ала. Ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы өсөн почтальонға дәүләт һәм шулай уҡ Рәсәй Почтаһы корпоротив наградаһына лайыҡ булды.

Был көн Эльвира ғәҙәттәгесә пенсия таратып йөрөгән була. Сираттағы подъезға ингәс, көйөк еҫен һиҙеп ҡала, унан төтөн һәм ялҡын күреп ҡала. Күп уйлап торорға ваҡыт булмай. Был йорт ағастан эшләнгән була. Ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай Эльвира бар ишектәргә лә туҡылдатып, янғын тураһында хәбәр итә башлай. Урамға йүгереп сыҡҡан күршеләр ҡотҡарыусыларға хәбәр итә.
Почтальон был йортта йәшәүселәрҙең барыһын да яҡшы белгәнлектән күрше подъезға ташлана. Икенсе ҡатта саҡ атлап йөрөгән әбей йәшәгән була. Пенсионерға Эльвира әйберҙәрен йыйырға ярҙам итеп, урамға алып сыға.
Бына шулай итеп, почтальон Эльвира Шәйәхмәтова янғындан егерменән ашыу кешене ҡурсып алып ҡала. Улар араһында ете бала ла була. Эльвира үҙен герой тип һанамай. "Был минең өсөн сынығыу булды", -- тип шаярта ул. Почтаға ул уҙған йыл эшкә төшкән. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул халыҡтың да, коллегаларының да ихтирамын яулап өлгөрә. Әйткәндәй, уның участогында мең ярымдан ашыу кеше йәшәй. Эльвира тормош иптәше менән бергә мәктәптә уҡып йөрөгән бер ул үҫтерәләр. Ҡыҙҙары иһә юғары уҡыу йортон тамамлап ҡайтып инженер булып эшләп йөрөй.
Читайте нас: